Тирәкле мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Юлыбаева Арина “Быть, а не казаться” Бөтә Рәсәй конкурсының ярымфиналында ҡатнашты. Уның остазы — тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы, Тирәкле урта мәктәбе директоры Эльвира Сәйфетдин ҡыҙы Хәсәнова.
Сара Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үткәрелде. Конкурс бөтә ил буйынса иң яҡшы патриотик тәрбиә биреү практикаһын таратырға һәм яҡларға, үҫтереүгә йүнәлтелде, шулай уҡ остаздарҙың кадрҙар резервын булдырырға, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында фекерҙәрҙең яңы лидерҙарын асыҡларға. Уның маҡсаты — остазлыҡ институтын үҫтереү, гражданлыҡ-патриотик тәрбиәлә быуындар араһындағы бәйләнештәрҙе һәм өҙлөкһөҙлекте нығытыу булып тора.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙ һеҙҙең менән ҡатмарлы, әммә бик шәп осорҙа – саҡырыуҙар, яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр заманында йәшәйбеҙ. Һәм был юлды беҙ бергәләп лайыҡлы үтергә тейешбеҙ. Һеҙ беҙҙең өсөн – ҙур терәк һәм ярҙам. Йәштәребеҙ илдең һәм республиканың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булыуын раҫлай.
Конкурс илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ойошторолдо һәм Рәсәйҙең бөтә мөйөштәренән ике меңгә яҡын ҡатнашыусыны йыйҙы. Ул бөтәһе етмеш меңдән ашыу дәғүәсенең иғтибарын йәлеп итте. Арина Сыуашстан Республикаһының баш ҡалаһы Чебоксарҙа “Яңы остаз” номинацияһында конкурс һынауҙарын үтте.
— Ҡунаҡсыл Сыуашстанда “Быть, а не казаться” конкурсының ярымфиналы уҙҙы, ә тәьҫораттар һаман да ебәрмәй. Уның сиктәрендә Рәсәй геройҙары, махсус хәрби операция һәм “Геройҙар ваҡыты” программаһы ҡатнашыусылары менән патриотик саралар булып торҙо.
Беҙ төрлө сессияларҙа ҡатнаштыҡ, кейстарҙағы мәсьәләләрҙе систек, түңәрәк әңгәмәләр үткәрҙек. Спикерҙарҙың сығыштары йөрәктәргә үтеп инеп, һәр кемдең күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.
Мөһим һынау — түңәрәк әңгәмәлә интеллектуаль, социаль сифаттарыбыҙҙы тикшереүсе һорауҙар көтә ине. Төп баҫым тәнҡитле фекерләүҙе һәм осҡорлоҡто, зирәклекте баһалауға яһалды. Был һорауҙар ныҡлап уйланырға мәжбүр итте. Еңел булманы, яуаптар ҙа шунда уҡ табылманы. Ул үҙ-үҙең менән намыҫлы һөйләшеү ине, уның барышында хатта бәхәсле яуаптар ҙа тыуҙы. Кейстар өҫтөндә команда эше бик тулҡынландырғыс, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы. Командала билдәле бер һығымтаға йәки ҡарарға килеү өсөн үҙ фекереңде һәм ҡарарыңды белдереү мөһим.
Сарала ҡатаншыусылар өсөн Чебоксар ҡалаһының матур һәм тарихи иҫтәлекле урындары буйлап мауыҡтырғыс экскурсиялар ойошторолдо. Был сәйәхәттәр төбәк тәбиғәтенең хозурлығын һәм уның тарихи мираҫының байлығын асып, онотолмаҫлыҡ хистәр ҡалдырҙы, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Арина.
Юлыбаева Аринаның “Быть, а не казаться” конкурсының ярымфиналында ҡатнашыуы уның йәш остаз һәм ил гражданы булараҡ үҫешендә мөһим этабы булды. Был тәжрибә мотлаҡ уның киләсәк һөнәр һайлау эшмәкәрлегенә йоғонто яһаясаҡ һәм Рәсәйҙең хәҙерге йәштәренең ыңғай образын формалаштырыуға өлөш индерәсәк.
Алина Ғилманова,
тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.