

Ҡорбан байрамы алдынан ветеринария буйынса Баш дәүләт комитеты ҡағиҙәләрҙең ҡәтғиләнеүе тураһында иҫкәртә: быйыл Рәсәй Федерацияһында эпизоотик хәлдең ҡатмарлашыуы сәбәпле, ҡорбан хайуанын һуйғанда хәүефһеҙлек мәсьәләләре алғы планда тора.
Байрам осоронда һаулыҡ менән бәйле мәсьәләләр тыумаһын өсөн яңы ветеринария ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә кәрәк. Архангел район ветеринария станцияһы дәүләт бюджет учреждениеһы начальнигы Венер Хажиәхмәтов ҡорбан байрамына нисек әҙерләнеү тураһында һөйләне:
— Етди үҙгәрештәр ваҡ мөгөҙлө малдарҙы (һарыҡ һәм кәзә) бруцеллезға тикшереүгә ҡағыла. Был ауырыу, әлбиттә, хайуандар өсөн дә, кеше өсөн дә хәүефле. 2024 йылдың 22 ноябрендәге 703-сө яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, һуйыу алдынан малдарҙы бруцеллезға ҡәтғи билдәләнгән ваҡытта тикшерергә кәрәк: һуйыуға ебәрелгәнгә тиклем 40 көндән дә алдараҡ һәм 30 көндән дә һуңға ҡалмайынса. Тимәк, 10 көнлөк «лагерь» ғына, ул саҡта анализ ғәмәлдә тип иҫәпләнә. Эшегеҙҙе алдан планлаштырып ҡуйығыҙ.
Йоғошло ауырыуҙар буйынса имен булмаған төбәктәрҙән мал индереү тыйыла. Килтергәс, һәр хайуанды «Хоризонт» компонентында асыҡларға (бирка тағырға), иҫәпкә ҡуйырға һәм мотлаҡ карантинда тоторға кәрәк. Был иһә байрам башланыуға бер аҙ ваҡытты ала. Бөтә тикшереүҙәрҙе үткән сәләмәт хайуандар ғына ҡорбан килтереүгә рөхсәт ителә.
Төп талаптарҙың береһе —яраҡлаштырылмаған урындарҙа (ихаталарҙа, гараждарҙа йәки буш урындарҙа) һуйыуҙы ҡәтғи тыйыу. Һуйыу тик рәсми пункттарҙа һәм ветеринар белгестәр контроле ҡарамағында махсус йыһазландырылған майҙансыҡтарҙа ғына үткәрелергә тейеш. Был иттең хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
Айырым мәсьәлә – биологик ҡалдыҡтарҙы утилләштереү. Элек сүп-сар һауытына ташларға мөмкин булған нәмәләр бөгөн ярамай. Ауыл хужалығы министрлығының 2024 йылдың 11 ноябрендәге 677-се бойороғона ярашлы, биологик ҡалдыҡтар (мөгөҙ, тояҡ, тире, аҙыҡҡа яраҡһыҙ ҡалдыҡтар) яндырыу юлы менән генә юҡ ителергә тейеш. Уларҙы көнкүреш контейнерҙарына ташлау, сүплеккә сығарыу йәки күмеү закон менән тыйыла. Бының өсөн хайуан хужаһы яуаплы. Бөтә утилләштереү барыһы дәүләт ветеринария хеҙмәте контролендә үтә.
Был талаптарҙы боҙған өсөн граждандар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Штраф һәм һаулыҡ менән бәйле проблемалар булмаһын өсөн алдан уҡ белгестәрҙән консультация алырға кәңәш ителә.
Һуйыу өсөн рөхсәт ителгән майҙансыҡтар хаҡында, ҡорбанға килтереләсәк мал өсөн ниндәй документтар кәрәк йәки ҡалдыҡтарҙы дөрөҫ яндырыу һәм башҡа һорауҙар булһа, район ветеринария станцияһына шылтыратығыҙ. Шулай уҡ ветеринария буйынса Дәүләт комитетының тәүлек әйләнәһенә ҡыҙыу линияһы эшләй: 8-800-77-55-828
Байрам тыныс һәм йолаларға ярашлы, әммә ветеринария йәһәтенән хәүефһеҙ үтһен.
Александр Данилов фотоһы.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546