

Ҡупшы зәңгәр кейемдәрҙәге уҡыусыларҙың ҡулында байраҡтар юғары күтәрелде. Улар беҙҙең совет осорондағы пионер йыйындарын хәтерләтте. Хәҙерге “Башҡортостан бал ҡорто” пионер хәрәкәте менән бәйле ойошма үткәндәрҙән өлгө алып, тантаналы шарттарҙа малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы пионер сафына ҡабул итте. Уларға район мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова, пионер ойошмаһы ветераны Анна Маврина ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе.
Ниһайәт, галстуктар бәйләнде һәм берҙәмлек символы булып, йәш быуындың күңелендә изгелек осҡондары ҡабыҙҙы. Сара һуңында был мәл фотоһүрәттә ҡалды һәм киножурнал ҡарау менән йомғаҡланды.