Инйәр
+16 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53

Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып

Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Унда төрлө ял урындары, тауҙар, йылғалар, күлдәр, мәмерйәләр һәм шарламалар бар. Күптән түгел беҙ, Архангел мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре, йәшәгән еребеҙҙең матурлығын күрергә һәм ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән арыныу йәһәтенән Ишембай районына сәйәхәт ҡылдыҡ. Юл ыңғай булды, төрлө яҡты хәтирәләрҙе иҫләп, көлөшөп йәһәт кенә килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, ҡояш та үҙенең йылы нурҙары менән оҙата барҙы.

Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алыпХозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып


Ишембай тәбиғәте иҫтәлекле урындары һәм тарихы менән йәлеп итә. Беренсе туҡталыш Күк-Ҡарауык шарламаһы ине. Ул Маҡар ауылы янында урынлашҡан. Исеме «күк» (зәңгәр) һәм «ҡарауыҡ» (ҡыңғырау кеүек ҡаты тауыш сығарыу) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Шарлама өс баҫҡыстан тора, уртаса бейеклеге — 12, киңлеге — 5 метр тирәһе. Бында сәйәхәт ҡылыуҙың иң яҡшы ваҡыты — апрель-май айҙары, сөнки йылға ирегән ҡар һәм ямғыр һыуы менән тула, ҡеүәтле һәм көслө була. Йәйгеһен һыу ағымы кәмей, таш киҫәктәре генә ҡала.
Шарламанан һуң Салауат мәмерйәһенә юл тоттоҡ. Ул Һикәҙе йылғаһы янындағы Кәлимосҡан ҡаяһында урынлашҡан. Ҡаяның бейеклеге — 70 – 100 метр тирәһе. Мәмерйәнең эсендә һалҡын һауа, төптәрәк ҡараңғылыҡ — бөтәһе лә бик ҡыҙыҡлы ине. Ғалимдарҙың әйтеүенсә, мәмерйә бик боронғо заманда барлыҡҡа килгән. Был ерлектә һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә. Матур тәбиғәт ҡосағында фотоһүрәттәр төшөрҙөк, хәтеребеҙҙә мәңгелеккә һаҡланырлыҡ шатлыҡлы минуттарҙы яҙҙыҡ. Бушҡа ғынамы, тәбиғәткә яҡын булыу, күңелеңде байытыу һәм матурлыҡты күрә белеү өсөн иң яҡшыһы – сәйәхәткә сығып китеү, тиҙәр. Бер тапҡыр бының тәмен татыған кеше унан башҡаса айырылмай.

 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас