Инйәр
+16 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42

“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес

Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, уҡытыусы-методист, педагогик хеҙмәт ветераны Регина Искәндәрованың Архангел районында ғүмер итеүенә — 60 йыл. Уның хеҙмәте РФ, БР Мәғариф министрлыҡтары, район мәғариф бүлеге тарафынан юғары баһаланған. Эш стажы — 36 йыл. 16 йыл мәктәптең партия ойошмаһы секретары, ойоштороу буйынса директор урынбаҫары, мәктәп директоры (1991-1999 й.й.) була. Бынан тыш, халыҡ контроле, иптәштәр суды рәйесе, 1998-1999 йылдарҙа ваҡытлыса ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын да башҡарырға тура килә уға. Бөгөн Регина Ғарифулла ҡыҙы редакцияла ҡунаҡта.

“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти  шиғри күңелле, рухлы шәхес“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти  шиғри күңелле, рухлы шәхес
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес

— Регина Ғарифулла ҡыҙы, бала саҡта ниндәй һөнәр тураһында ҡыҙыҡһына инегеҙ?
— Әлбиттә, уҡытыусы. Миңә 4-5 йәштәрҙә атайымдың аҡбур алып ҡайтҡанын иҫләйем. Таҡтаға һүрәт төшөрҙө, хәрефтәр яҙҙы ла, әгәр матур итеп яҙышырға өйрәнһәң, һиңә Языковонан ҙур класс таҡтаһы алып ҡайтам, уҡытыусы булырһың, тине. Тиҫтер ҡыҙҙарым, ут күршеләрем менән бергә ошо көндән башлап, тырыша башланыҡ, аҡбур менән аҡ юлдар һыҙғылап, матур киләсәккә уҡталдыҡ.
— Ата-әсәйегеҙ бала саҡтан уҡ аң-белемгә өндәп, алдығыҙға маҡсат ҡуйған...
— Эйе, атайым заманына күрә, зирәк, белемле, Ҡөрьәнде яттан белгән кеше ине. Һәр бер ваҡиға, һәр күренеште ҡыҙыҡ күреп, шунда уҡ шиғыр сығара торғайны, был йәһәттән мин уға оҡшағанмын. Бәләкәйҙән яҡшы уҡырға ынтылдым. Благовар районы Күсәрбай ауылының урта мәктәбен “бишле” билдәләренә тамамланым, тиергә була. Рус теленән бер “дүртлем” бар. Имтихандар биреп, Стәрлетамаҡтағы педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға индем. Уҡыу миңә еңел бирелде. Уҡытыусыларымдың өлөшө ҙур: талапсанлыҡ, маҡсатҡа ирешеү, тәртип ҡуйылғанлыҡтан.
— Хеҙмәт йылъяҙмаһын Архангел яҡтарында башланығыҙмы?
— Тормош иптәшем Хисаметдин Зәйнетдин улы Ҡыҙылъярҙан ине бит. 1966 йылда ҡайтып, бергәләп Абҙанда теүәл фәндәрҙән уҡытырға ең һыҙғанып тотондоҡ. Мине 1953 йылғы балаларҙың класс етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Улар минән ни бары 6-7 йәшкә кесе. Ентекле әҙерләнәм. Геометрия дәресе иҫтә. Теманы аңлатып бөттөм дә, ниндәй һорауҙарығыҙ бар, тиһәм, Ҡыҙылъярҙан Әлимғужин Әғзәм: “Апа, һөйләйһегеҙ ҙә һөйләйһегеҙ, нәмә була һуң ... “босмаҡ”? - тимәһенме. Әйтеп бөткәнен дә көтмәй: “мөйөш”, тинем. Татарса “почмак”, ә мин башҡортсалап әйтергә уйлап, “босмаҡ” тигәнем шул. Уҡытыу дәүерендә балаларҙың ябайлығы, ихласлығы, эскерһеҙлеге оҡшаны. Уларҙың, хатта, эс серҙәрен минең менән бүлешеүҙәре бөтә борсолоуымды юҡҡа сығарып, күңелемде дауаланы. Әле лә күптәре менән аралашам. Хатта Германияла йәшәгән Лилиә Мәсәлимованан йыш хат-хәбәр килеп тора. Бөгөнгө көн биш ҡыҙымдың 13 ул-ҡыҙы бар, шөкөр. Эйе, балалар үҫә, йылдар алға йүгерә, ғүмер уҙа, беҙ олоғаябыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәшем мәрхүм булды. Йәшлек таңдарын хәтерләп, бер-беребеҙҙән туймай йәшәлгән йылдарҙы иҫләп, моңһоу ғына хистәрҙә үткәндәргә анализ яһап, күңелдән тағы ла бер ҡат яңыртып алам.
— Үтә хисле, шиғри күңелле мөғәллимә һеҙ...
— Мин тотошлайы менән үҙ донъям, үҙемә хас тәбиғәтем, үҙенсәлекле тип әйтерлек булмаһа ла, һәләтем үҙемә генә хас, башҡаларҙа ҡабатланмаҫлыҡ сихри донъям менән бармын. Уйҙарымда уйылып, ғүмер алға саба... Миңә шиғыр ене ҡағылған миҙгелдәрҙә күп шиғырҙар мөхәббәтемдең тәүгеһе лә, һуңғыһы ла булған тормош иптәшемә, балаларыма, атайым-әсәйемә һәм үҙемә арнап яҙылған. Шағирә, тип әйтмәһәләр ҙә, үҙемде кескәй бер шағирә, тип һанайым. Шағирә бит һәр шиғырын алда татыйһы хистәрен һиҙеп яҙалыр, тимен. Үҙем дә белмәйенсә, шулай һырлайым да ҡуям. Юғарынан ингән серле бер көс ҡәләмде әйтер һүҙ ыңғайына йөрөтә шул.
— Регина Ғарифулла ҡыҙы, һеҙҙеңсә, ысын уҡытыусы ниндәй?
— Ҡырҡ йылға яҡын ғүмеремде йәш быуынға белем биреүгә арнаған өлкән уҡытыусы булараҡ, ошолай яуап бирер инем: хыялында йөрөткән һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, эшен яратып башҡарған кеше бер ҡасан да унан туймаған, ауырлыҡтарға бирешмәгән, үҙе һайлаған юлдан ситкә тайпылмаған, уҡыусыларға ихтирам, һөйөү менән ҡараған, ғөмүмән, хеҙмәтенә ысын күңелдән бирелгән шәхес кенә ысын уҡытыусы, тип әйтер инем. Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк.
— Уҡыусыларығыҙҙың математиканы үҙләштереүе тураһында нимә әйтер инегеҙ?
— Мин “ике” билдәһен бик ҡуйып барманым. Контроль эштәрҙә булды, әлбиттә, ләкин унда ла “-ике”, “өс”, тип күңелдәрен төшөрмәнем. Тырышһаң, “өс”, унан һуң “дүрт”, тип тә йыуаттым. Әгәр уҡытыусы “икеле” ҡуя икән, тимәк, уның үҙенә лә “икеле” тигән һүҙ. Насар билдә өсөн кәйеф тә ҡырыла, бала ғына түгел, үҙем дә бошонам, урын тапмайынса, өҫтәмә дәрестәр бирәм, аңлатам, йә өйгә саҡырам. “Бишле”не йышыраҡ алды малайҙар, ҡыҙҙар. Рәсүл Лоғаманов бер ваҡыт “+4” алғанына эй, һөйөнгән: “Ул миңә алға шундай этәргес көс бирҙе”, - тигәне хәтеремдә. Самат Усмановтан да маҡтау һүҙҙәре ишеттем: “Апа, һеҙ миңә ныҡлап төшөндөрҙөгөҙ. Бер ай эсендә мәсьәләләрҙе сисергә өйрәндем”,- тине. Уйлап ҡараһаң, был артабан дәрт биреүе менән отошло. Бәхетле йөҙҙәрен күреү — үҙе шатлыҡ. Бер ҡыҙыҡлы хәл онотолмай: дәрес бара, таҡта һөртөргә сепрәк әҙер түгел. Кемдең дежур икәнлеген һорап, уны еүешләп ҡуйыу кәрәклеген әйттем. Тәнәфестә барыһы ла үҙ урынында. Мин башҡа класты көтәм. Хәлил Кинйәғолов янымда йөрөй, үҙе таҡта һөртә һәм бер туҡтауһыҙ “сүпрәк” тип ҡабатлай. Һораһам, дөрөҫ әйтмәйһегеҙ бит, “сүпрәк” түгел, дөрөҫө — “сепрәк”, ти. Шундай мәрәкә хәлдәр булғыланы. Мине кәмһетмәнеләр, бер-беребеҙҙе өйрәттек, яҡшы мөнәсәбәтте һаҡланыҡ.
— Уҡыусыларығыҙҙың уңыштарын барлағанда, күңелегеҙҙә ниндәй уй-кисерештәр тояһығыҙ?
— Элекке уҡыусыларымдың уңыштары мине ҡанатландыра, дәртләндерә. Байтаҡ ҡыналары минең юлымдан китеп, мәғариф өлкәһен һайланылар. Белем усағынан ҡанат үҫтереп сығарған йәштәрҙән әленән - әле рәхмәт һүҙҙәре ишетеүемә шатланып бөтә алмайым. Тағы шуны өҫтәп әйткем килә: уҡыусыларым үҙҙәре хәҙер атай-олатай, әсәй-өләсәй. Уларҙың ата-әсәләренә лә рәхмәтлемен. Сөнки һәр бер үҫмерҙең тәртибе, холҡо ғаи-ләнән килә. Һиңә ҡарата мөғәмәлә нисек? Математика — ҡоро фән, ләкин ҡыҙыҡһындырырлыҡ, мауыҡтырғыс мәлдәр ҙә таба белергә тейешһең. Дәрес барышында ҡыҫҡаса ғына ҡыҙыҡлы һандар менән үҙ тормошобоҙҙан юмор табам да, йә көләмәс, йә хикәйәт итеп һөйләп алам. Бала сағым хәтирәләре менән дә уртаҡлаштым. Бергә телевизор ҡарау, интернатта күңелле аралашыу, төрлө сараларҙа ҡатнашыу яҡын-лаштырҙы ғына. Яҡшыны яҡшы итеп күрһәтеү, иҫбат-лау, яманды инҡар итеү — иң көслө һәм тәьҫирле тәрбиәүи сара.
— Хеҙмәттәштәрегеҙ хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
— Үҙемдең үткәндәремә байҡау яһағанда, күп кешеләргә, тирә-йүнгә, һәммәһенә рәхмәтлемен. Уҡыған саҡта иптәштәремә ихтирамым көслө булды. Бөйөк яҙыусы Мостай Кәрим әйтеүенсә: “Тыуған йылымдан уңдым, торған еремдән уңдым, тормош иптәшемдән, туғандарҙан, коллегаларымдан, уҡыусыларымдан, уларҙың ата-әсәләренән, заманымдан уңдым. Бөтәһенә лә оло рәхмәттәрем минең”.
Уҡытыу дәүерендә йәнәшәмдә һәйбәт кешеләр, таянырлыҡ хеҙмәттәштәрем барлығы ла һайлап алған һөнәремде нығыраҡ яратырға ярҙам итте. Барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Бына улар: Х.З.Искәндәров, Г.А. Ҡормашева, К.М.Мөхәмәтйәнова, З.Ғ.Хамзина, Х.Н. Сәфәрғәлина, Ф.Ю.Әғзәмов, М.З.Йәрмөхәмәтова, Х.Л.Кинйәғолова, Н.Х.Йосопова, Р.Н.Абдрахманов, Р.М. Рәхмәтуллин, Л.Т.Фәйзуллина. Бөгөнгө көндә мәктәптәге уҡытыусыларҙың күбеһе беҙҙең уҡыусыларыбыҙ! Ижади уңыштар юлдаш булһын, һәр береһен яратам, ихтирам итәм. Мәктәп директоры Динара Зәкиулла ҡыҙы минең класта уҡыны. Әлфинә Ҡунаҡбаева, Рәзинә Яҡшымбәтова, Миңнеәсмә Мөхәмәтйәнова, Рәүф Рәхмәтуллин, Рәүф Абдрахманов, Наза Йосопова һәм башҡалар.
— Регина Ғарифулла ҡыҙы, хәтирәләргә бирелеп, мәктәп йылдарын иҫкә алып, уйҙарығыҙ менән үткәндәрҙе барлап, бәйән итеүегеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Милавша Баширова
Читайте нас