Башҡортостандың «Рәсәй тәмдәре» төбәк брендтары федераль конкурсында ҡатнашҡан 26 аҙыҡ-түлек бренды халыҡ тауыш биреүенә сығарылды. Теләгән һәр кем бөгөндән үҙенең яратҡан ризығы өсөн тауыш бирә ала. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында республикала йәшәүселәрҙе халыҡ тауыш биреүендә яратҡан башҡорт брендын яҡларға саҡырҙылар. Ул
конкурстың рәсми сайтында 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем дауам итә.