2020 йылдың 5 мартында танылған башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулды. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы видеоконкурс ойошторолғайны. Бының өсөн Һәҙиә Дәүләтшинаның бер шиғырын йә прозаһынан өҙөктө яттан һөйләп, видеокамераға төшөрөргә, заявка тултырырға һәм билдәләнгән төркөмгә ебәрергә кәрәк ине.
Конкурсанттар Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәрен ятҡа һөйләп, яҙыусының ижадын пропагандалауға, өйрәнеүгә үҙҙәренең ҙур өлөшөн индерҙе, туған телебеҙгә ихтирамын күрһәтте. Ижади бәйгелә Өфө, Сибай, Баймаҡ, Учалы ҡалалары, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсура, Учалы, Ауырғазы, Архангел, Ҡариҙел, Асҡын, Мәсетле, Нуриман райондарынан 5 йәштән алып 67 йәшкә тиклемге милләттәштәребеҙ ҡатнашты.
Баһалама ағзалары һәр видеояҙманы иғтибар менән ҡарап, башҡарылған әҫәрҙең күләме, башҡарыусы тарафынан текстың үҙләштерелеү -үҙләштерелмәүен иҫәпкә алды. Бәйгеселәр йәш категорияһы буйынса алты төркөмгә бүленеп баһаланды.