Инйәр
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Декабрь 2019, 11:10

Әйтерһең дә тере ҡурсаҡтар!

“Бәләкәс һылыуҡай”ҙар бәйгеһе Театр йылына арналды Ҡыҫынды ауылында өсөнсө тапҡыр уҙғарылған “Бәләкәс һылыуҡай — 2019” быйыл Башҡортостанда иғлан ителгән “Театр йылы”на арналды.

Бәйгелә көс һынашырға тип сәхнәгә сыҡҡан дүрт кескәй ҡыҙ — Ҡанафина Ильвина (Максим Горький ауылы), Ғүмәрова Йәмилә (Абҙан), Агабаева Джәмилә (Ҡыҫынды) һәм Ҡотләхмәтова Гүзәлиә (Тирәкле) әйтерһең, мөғжизәле әкиәт донъяһынан килгән серле һылыуҙар ине.
Тәүге һынауҙа һәр ҡайһыһы үҙҙәре менән таныштырып сыҡты. Улар тышҡы ҡиә­фәттәре менән генә түгел, ә эске донъялары, шөғөлдәре, һәләттәре менән үҙҙәренең ысынлап та Ҡурсаҡ театры ҡурсаҡтары икәнлеген дәлилләне.
“Һәләтле ҡурсаҡ”та һылыуҡайҙар өҙҙөрөп бейене, моңло итеп йырланы, ҡурайҙа һыҙҙырҙы. Бәләкәстәрҙең “Уйыл”, “Асылыҡай буйы” кеүек боронғо халыҡ йырҙарын, уларҙың тарихын белеүе һоҡландырҙы. Өсөнсө һынауҙа иһә ҡыҙҙар төрлө материалдан әҙерләнгән тылсым донъяһы персонаждары кейемдәрендә сәхнәгә сығып, таң ҡалдырҙы, матурлыҡтары, һөй­көмлөлөктәре менән күңелдәрҙе арбаны. Улар тыуҙырған “Золушка”, “Һыуһылыу”, “Һомай ҡош”, “Ҡыҙыл башлыҡ” образдары барыбыҙҙа ла баласаҡ хәтирәләрен уятты. Үҙҙәренең яратҡан әкиәт геройы хаҡында һылыуҡайҙар бик яҡшы белә икән!
Абруйлы баһалама ағзалары — Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлшат Закирова, район мәҙәниәт йорто режиссеры Алмас Хужин, район башҡорт йәштәре берекмәһе етәксеһе Айзирәк Өмөтбаева — “ҡурсаҡ”тарҙың аҡыл ҡеүәһен дә тикшереп ҡараны. Театр, сәхнә өлкәһенә ҡағылған һорауҙар алдында бәләкәстәр ҡаушап ҡалманы, хатта районыбыҙҙан сыҡҡан билдәле сәхнә артистарын белеүҙәрен күрһәтте.
Шулай итеп, конкурстың еңеүсеһе тип Абҙандан Ғүмәрова Йәмилә танылды. 1-се урында Тирәкленән Ҡотләхмәтова Гүзәлиә еңеү яуланы. 2-се урында Ҡыҫынды ҡыҙы Агабаева Джәмилә һәм 3-сөгә Максим Горькийҙан Ҡанафина Ильвина лайыҡ булды. Һылыуҡайҙарға иҫтәлекле бүләктәр һәм Дипломдар тапшырылды.
Шундай матур байрамды ойошторған Ҡыҫынды мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Раушан Хазиәхмәтовтың, конкурсанттарҙы бәйгегә әҙерләгән ата-әсәләрҙең тырышлығы маҡтауға лайыҡ. Шулай уҡ сараның йәнле үтеүендә бағымсыларҙың да (“Инйәр” гәзите редакторы Гөлшат Закирова, “Айгөл” магазины хужаһы Роза Шәрәфетдинова, түбән хаҡтар сауҙа селтәре директоры Илсур Мәхәммәтовтың) өлөшө ҙур булыуын билдәләп үтке килә.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Автор фотоһы.
Читайте нас: