Районыбыҙҙа даими рәүештә “
Һаумы,
һаумы,
әкиәт!” конкурсы үткәрелеп килә. Быйылғы уҡыу йылында ла район мәктәптәре уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында көсөргәнешле бәйге
уҙҙы. Унда бөтәһе 12 белем биреү учреждениеһынан тел ижадының йәш оҫталары ҡатнашты. Конкурс ике турҙа уҙҙы: тәүгеһендә видеояҙмалар баһаланды. Икенсе турҙа иһә бәйгеселәр үҙҙәре ижад иткән әкиәттәрен башҡорт, татар, рус һәм инглиз телдәрендә тасуири һөйләне. Ойоштороусылар сәсән һүҙле балаларҙы асыҡлау, телмәр тотоу, фекер йөрөтөү һәләттәрен, хәтер ҡеүәһен, тауыш үҙенсәлектәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.