Инйәр
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Декабрь 2019, 12:10

Йолаларҙа халҡым йәдкәре

Йыл һайын үткәрелеп килә торған "Башҡортостан ынйылары" балалар конкурсы район этабы быйыл “Һинең исемең халыҡ йөрәгендә” темаһына арналды. Уны район мәғариф бүлеге ойошторҙо.

Костюмдарҙың ваҡытҡа тап килеүе, тамашаның идеяһын асып биреү, урындағы йолаларҙы уңышлы файҙаланыу, уйындарҙың тәрбиәүи үҙенсәлеге, музыкаль яҡтан биҙәү, уҡыусылар әҙерләгән ғилми-тикшеренеү эштәре бәйгенең төп талаптары булды.
Быйыл Тирәкле, Благовещенка, Максим Горький, Ҡыҫынды, Абҙан, Тәүәкәс, 1-се Архангел, Оҙондар мәктәптәренән һигеҙ коллектив (80-дән ашыу бала) ҡатнашты. Ярыш барышында бер коллектив сығыш яһап бөткәнсе, бүтәндәр уларҙы ҡарап, һығымталар яһап ултырҙы. Ошо йолаларҙы өйрәткән оло быуын кешеләре булғанда, балаларҙың уларҙы өйрәнеп ҡалырға ынтылыуы, йышыраҡ үҙ-ара русса аңлашыуға күсә барған район балаларының сәхнәлә тик саф башҡорт телендә генә һөйләүе, башҡорт йырын, таҡмаҡтарын, бейеүҙәрен өйрәнеүе, башҡа һәләттәре асылыуы ҡыуандырҙы.
Был балалар фольклор бәйгеһен башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады, йолалары, тарихы ни тиклем бай, тәрән булыуын сағылдырыусы тип баһаларға мөмкин. Сәхнәгә сыҡҡан һәр коллектив йыл да үҙ төбәгенә генә хас булған үҙенсәлекле йолаларҙы, тәүсығанаҡтарҙы өйрәнеп, тулы мәғлүмәтле, йыр-моңға, уйындарға бай сығыштар әҙерләй. Балалар өсөн фестиваль оло байрамға әүерелә, райондың төрлө мәктәптәренән йыйылыусы тиҫтерҙәре менән аралашыу, борондан килгән халыҡ уйындарын иҫкә төшөрөү ҙә ыңғай күренеш. Иң мөһиме, бәйгеселәр үҙҙәре лә конкурстың әһәмиәтен тулыһынса аңлай.
Бына шулай, был проектта ғилми йүнәлеш тә, сәхнә оҫталығы ла, ойоштороу һәләте лә, сәнғәттең һәр төрө буйынса оҫталыҡ та, сәхнәлә үҙеңде тотоу маһирлығы ла сағылды. Ҡыҫҡаһы, уҡыусы бала үҙен һәр тарафтан һынап ҡарай алды.
Жюриға баһалау еңелдән булманы. Гран при Тирәкле мәктәбенең “Дуҫлыҡ” ижади төркөмөнә (етәксеһе Ә.Р.Баһауетдинова) бирелде. Беренсе урынды Ҡыҫындынан “Ынйылар” (Р.Ф.Ғәйсәрова, Ә.Р.Абдуллина) һәм Тәүәкәстән “Гөлнәзирә” (Г.Л.Аҫылбаева, Г.А.Рәхмәтуллина) коллективы яуланы. Икенсе урынды Абҙандан “Тамсылар” (Ф.Ф.Ғизәтуллина, Ф.Ф.Кинйәғолова) һәм 1-се Архангел мәктәбенән “Айгүзәл” (Р.С.Әхмәтйәнова, М.З.Хәсәнова, Л.Р.Фазылова) төркөмдәре бүлешһә, Благовещенка коллективы (“Шишмә”, Р.Рамазанова) өсөнсө урынға сыҡты. Башҡа мәктәптәр төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип табылды. Бына улар: “Өмөт” номинацияһында Максим Горький (“Ләйсән”, З.Ә.Рәшитова, Т.М.Ҡотлозаманова), “Еңеүгә ихтыяр көсө”ндә Оҙондар мәктәбе (“Йондоҙҙар”, Л.Г.Никитина, Ф.Х.Юламанова) билдәләнде.
“Башҡортостан ынйылары” республика конкурсына иһә быйыл райондан еңеүсе коллектив Тирәкле мәктәбе уҡыусылары барасаҡ. Улар унда ла һынатмаҫ, тигән ышаныс бар.
Конкурс аҙағында жюри ағзалары һәр коллективтың башҡарыу оҫталығына ентекле анализ яһаны, кәңәштәрен, теләктәрен еткерҙе.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Автор фотоһы.
Читайте нас: