Инйәр
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Декабрь 2019, 12:30

Йомғаҡ яһалды

“Йәйғор” үҫмерҙәр клубы тарафынан “Спорт — балалар күҙлегенән” Бөтә Рәсәй һүрәттәр конкурсының район этабы үткәрелде.

Спорт тарихын өйрәнеү, физик культура һәм спорт өлкәһендә мәғлүмәтлек кимәлен күтәреү, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусыларының был йүнәлешкә ҡыҙыҡһыныуҙарын уятыу, иғтибарҙарын арттырыу, физик әүҙемлектәрен үҫтереү маҡсатында ағымдағы йылдың 23 сентябренән алып 15 ноябргә тиклем “Йәйғор” үҫмерҙәр клубы тарафынан “Спорт — балалар күҙлегенән” Бөтә Рәсәй һүрәттәр конкурсының район этабы үткәрелде. Сара барышында 2-се Архангел, Оҙондар, Тирәкле, Зәйет, Валентиновка, Благовещенка, Аҙау, Ырныҡшы мәктәптәренән, “Тирмәкәй” һәм “Әкиәт” балалар баҡсаһынан 50-нән ашыу эш килде.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 5— 7 йәшлектәр араһында Баранова Мария (“Әкиәт”, етәксеһе А.О.Баранова)— 1-се, Киселева Полина (“Әкиәт”, Р.Р.Киселева) — 2-се, Сөләймәнова Алһыу (Аҙау, Т.Й.Фәйзуллина) 3-сө урында, 8 — 10 йәштәр араһында Сәлихова Эльвина (Благовещенка, Т.В.Алланиязова) — 1-се, Притворова Кристина (Валентиновка, С.П.Трефилова) — 2-се, Юлыбаева Арина (Тирәкле, Г.Ф.Фәйрүзова) — 3-сө урында, 11 — 12 йәштәрҙән Вәлиева Диана (Ырныҡшы, Л.Н.Морозова) — 1-се, Мырҙағолова Карина (Валентиновка, С.П.Трефилова) — 2-се, Әхтәрйәнов Вадим (Оҙондар, Ә.Ш.Әйүпова) 3-сө урында билдәләнде.
Еңеүселәр һәм призерҙар “Йәйғор” үҫмерҙәр клубының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Иң яҡшы эштәр конкурстың икенсе этабына ебәреләсәк.
Алевтина Тиунова,
райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе.
Читайте нас в