Инйәр
+1 °С
Ясна
Конкурстар
9 Декабрь 2019, 08:45
Һоҡланғыс уңыш
Башҡорт дәүләт аграр университетында икенсе йыл рәттән ауыл хужалығы буйынса уҡыусыларҙың республика олимпиадаһы үтте. Сарала Башҡортостандың күп кенә ҡала һәм райондарынан, Силәбе өлкәһенән 8 — 11 кластар, шул иҫәптән Архангел, Тирәкле һәм Оҙондар мәктәптәренән уҡыусылар ҡатнашты. Олимпиада “Үҫемлекселек”, “Малсылыҡ”, “Ауыл хужалығы механизацияһы” һәм “Иҡтисад” йүнәлештәре буйынса ике турҙа барҙы. Балалар теоритик белемдәр күрһәтеп кенә ҡалманы, үҙҙәренең ғәмәли һәләттәрен дә тикшереү мөмкинлеге алды.
Добавить в предпочтительные источники Google
Тәүге көндә бәйгеселәр тест һорауҙарына яуап бирһә икенсе көндө ғәмәли белемдәрен һынап ҡараны. Оҙондар мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Луиза Әюпова “Малсылыҡ” йүнәлеше буйынса сығыш яһаны һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп, республика буйынса 3-сө урын яуланы. Луиза, ғөмүмән, бар яҡтан да һәләтле ҡыҙ. Уның был уңышы беҙҙең өсөн айырыуса ғорурлыҡ!
Йәш булыуға ҡарамаҫтан олипиадала ҡатнашыусыларҙың тармаҡтар эшмәкәрлеген яҡшы үҙләштереүе, ҡыҙҙарҙың малайҙар менән бер рәттән ауыл хужалығы механизацияһында, үҫемлекселектә, малсылыҡта мәғлүмәтле булыуы һоҡландырҙы. Баһалама комиссияһы ағзаларына өҫтәлмә рәүештә “Үҙенсәлекле яуап”, “Буласаҡ эшҡыуар”, “Креатив фекер” кеүек номинациялар индерегә тура килде. БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре лауреаттарға Дипломдар, барлыҡ ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шуныһын әйтеү мөһим, был ҡотлау ҡағыҙҙары мәктәпте тамамлағандан һуң аграр университетҡа уҡырға ингәндә ҙур роль уйнаясаҡ.
Сара бик матур итеп ойошторолған: бәйге дауамында ирекмәндәр эше алып барылды, балалар зауыҡлы итеп йыһазландырылған ятаҡханала булып, студент тормошо менән йәшәп ҡараны.
Тағы ла шуны өҫтәгем килә, 2020 йылдың ғинуары аҙағында 9 — 11 кластар өсөн Башҡорт дәүләт аграр университеты тарафынан ижади конкурс ойоштороласаҡ. Уҡыусыларыбыҙ ошондай бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең белемдәрен үҫтерһә ине тигән теләктә ҡалам.
Люциә Никитина,
Оҙондар мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Май , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Май , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Май , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Май , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"