Шуныһы ҡыуаныслы, ҡатнашыусыларҙың һаны, сығыштарҙың сифаты йылдан-йыл арта ғына бара. Был шиғри бәйгегә 15 белем усағынан 89 уҡыусы көс һынашырға килде. Балалар баһалама ағзалары хөкөмөнә төрлө авторҙарҙың ижадын тәҡдим итте. Әйткәндәй, жюри составында районыбыҙҙың нәфис һүҙ оҫталары, педагогик хеҙмәт ветерандары Нәсиә Йосопова менән Гөлирә Фәйрүзова булды. Башҡарыусыларҙың яттан тасуири һөйләүе, интонацияны дөрөҫ алыуы, хис-тойғоларын тамашасыға еткереүе, артислыҡ һәләттәре күҙ уңында тотолдо. Һүҙ юҡ, балалар бик тырышҡан, әммә һәр бәйгенең еңеүселәре билдәләнә.
Шулай итеп, башҡорт телендә шиғыр ятлаусылар араһында башланғыс кластарҙан Мөхәмәтйәнов Руслан (Абҙан, етәксеһе М.Т.Иманғәлина), Юнысов Айҙар (2-се Архангел, О.А.Кожевникова), 5 — 7-се кластарҙан Шаһиева Айгизә (Тирәкле, Ә.Р.Баһауетдинова), Алсынбаева Наҙгөл (Абҙан, Ф.Ф.Кинйәғолова), 8 — 11-се кластарҙан Әхмәтова Сөмбөл һәм Сантимерова Аделина (Абҙан, Ф.Ф.Ғизәтуллина), рус телендә һөйләүселәр төркөмөндә Благовещенка мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары Ғәйнуллина Дарина (Р.Р.Рамазанова), Виксне Элина (Ф.М.Гойда), Бутвилович Мария (Р.Й.Усманова), 5 — 7-се кластарҙан Урманцев Марсель (Оҙондар, Л.Ш.Ғәзизова), Ишмөхәмәтова Анелия (Оҙондар, З.Х.Сибогатова), Вәлиева Диана (Ырныҡшы, Л.Н.Морозова), 8 — 11-се кластарҙан Сәғәҙәтова Айгизә (Тәүәкәс, А.Р.Хисмәтуллина), Литвинюк Иван (1-се Архангел, С.А.Вязовцева), Мейстер Анжелика (Максим Горький, Р.З.Голонза) иң яҡшыларҙан һаналды. Ҡалған уҡыусылар икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Шиғриәт теле бай ҙа, йырлы ла, моңло ла ул. Уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм уның матурлығын, байлығын күрһәтеүҙә сара маҡсатына өлгәште. Бәйгеселәр үҙҙәренең һәләтен асып ҡына ҡалманы, ә тамашасы күңелендә телгә ҡарата һаҡсыл ҡараш, ғорурлыҡ хисен уятыуға ла иреште.