Инйәр
+15 °С
Облачно
Конкурстар
24 Апреля 2019, 12:35
“Ауыл уҡытыусыһының художество оҫталығы”
Үткән аҙнала Өфө ҡалаһында “Ауыл уҡытыусыһының художество оҫталығы” тип аталған республика конкурсы үтте. Был үҙенсәлекле бәйге ауыл ерендә эшләгән әүҙем, һәләтле уҡытыусыларҙы күреү һәм уларҙы артабан күтәреү, мөғәллимдәрҙең ҡиммәттәрен, абруйҙарын һаҡлау маҡсатынан ойошторолдо.
Бәйгелә ике йөҙҙән ашыу ауыл уҡытыусыһы ҡатнашты. Улар үҙ һәләттәрен, оҫталыҡтарын күрһәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Районыбыҙ данын Баҡалды мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Гөлшат Тулубаева һәм Ҡыҫынды мәктәбенең бейеү коллективы яҡланы. Яҡшы әҙерлек менән дәртләнеп килгән яҡташтарыбыҙ юғары күрһәткестәргә иреште.
Һөҙөмтәлә Ҡыҫынды мәктәбенең бейеү коллективы I дәрәжә, ә Гөлшат Миниғәли ҡыҙы III дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Һәр ҡатнашыусыға сертификаттар тапшырылды.
Лена Садыҡова,
мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"