Инйәр
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Март 2019, 18:39

“Һылыуҡай — 2019”

Конкурсты ойоштороусылар:
-район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге;
-мәҙәниәт йорто;
-“Инйәр” гәзите редакцияһы;
-район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты.
Конкурстың маҡсаттары һәм бурыстары:
-туған телде, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе пропагандалау;
-башҡорт һылыуҡайҙарының матурлығын ғына түгел,
әхлаҡи-рухи ҡиммәттәр нигеҙендә ижади потенциалын асыу;
-йәштәрҙең сараларҙа әүҙем ҡатнашыуына булышлыҡ итеү;
-мәҙәни-ял итеү сараһын ойошҡанлы итеп үткәреү.
Конкурс шарттары һәм тәртибе:
“Һылыуҡай —2019” район конкурсында 16-нан 25 йәшкә
тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Бәйге ике
этаптан тора. Тәүгеһе — 2019 йылдың 20 мартына тиклем
район ауылдары биләмәләрендә. Артабан һайлап алыу туры
критерийҙарына ярашлы, финалға сығыусылар икенсе —
йомғаҡлау этабында үҙҙәрен һынай.
“Һылыуҡай — 2019” район конкурсы район мәҙәниәт
йортонда 2019 йылдың 30 мартында киске сәғәт 18.00-ҙә
уҙғарыласаҡ.
Конкурстың икенсе турында ҡатнашыу өсөн заявкалар
2019 йылдың 25 мартына тиклем ҡабул ителә. Заявкаға порт-
фолио (папкала А4 форматындағы файлдар) һалына. Элек-
трон адрес:e-mail: [email protected] “Һылыуҡай — 2019”
билдәһе ҡуйырға онотмағыҙ.
Конкурста ҡатнашыусыларға ҡарата талаптар:
- әҙәби туған телдә һәйбәт итеп аралашыу;
- килбәтле буй-һын;
-үҙ халҡыңдың йолаларын яҡшы белеү;
-сәхнә мәҙәнилеге.
Һәр конкурсант түбәндәге номерҙарҙы әҙерләргә тейеш:
-визитка (башҡорт телендә үҙең менән таныштырыу);
-милли аш-һыу (әҙерләү, ошо хаҡта мәғлүмәт);
-ижади бәйге (йыр, бейеү, шиғыр, ҡобайыр, әҫәрҙән өҙөк
һәм башҡалар);
- кейем дефилеһы (“Экомода”);
-блиц-һорау: “Тыуған яғыңды бел һәм ярат” (жюри
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы, М. Кәримдең
юбилейы, театр сәнғәте темалары буйынса өҫтәмә һорау
биреүе ихтимал).
Конкурс еңеүселәрен бүләкләү:
баһалама ағзалары ҡарары буйынса Гран-при, 1-се, 2-се,
3-сө урындар һәм номинациялар — “Онлайн-һылыуҡай”,
“Инйәр һылыуҡайы” билдәләнә.
Белешмә өсөн телефондар: 8(34774) 2-12-52 — район
мәҙәниәт йорто директоры; 8(34774) 2-17-35 — методик бүлек.
Читайте нас: