Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Февраль 2019, 17:43

Шишмә йыры – хистәр ташҡыны

XVII Төбәк-ара “Илһам шишмәләре - 2019” шиғриәт фестивален ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы.

Конкурс ике этапта уҙғарыла.

Беренсе этап – 1 февралдән 1 мартҡа тиклем. Ғаризалар һәм ижади эштәр ҡабул ителә.

Икенсе этапта түбәндәге номинациялар буйынса лауреаттар (гран-при, бер беренсе, ике икенсе һәм өс өсөнсө урындар) һәм дипломанттар билдәләнә:

* “Шағир һәм заман” (рус, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә яҙған авторҙар өсөн айырым 4 номинация);

* “Тыуған яҡтың гүзәллеген мәңге күреп туймамын!” (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған);

* “Заман һаҡлай алтын фекерҙәрҙе” (Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған);

* “Бар донъя – театр, беҙ барыбыҙ – унда ирекһеҙҙән актерҙар...” (РФ-та Театр йылына арналған);

* “Фестиваль асышы”;

* “Заман башҡа, заң башҡа” (йәштәр шиғриәте);

* “Мөхәббәт – ул шундай изге хис...”;

* “Был көндәрҙең даны һүрелмәҫ” (Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ ҡаһарманлығын данлаған авторҙар өсөн);

* “Яратырға, ышанырға һәм йәшәргә” (йәшәү мөмикнлектәре сикле авторҙар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн);

* ”Балалар өсөн яҙам”;

* “Ҡанат ҡуйҙы миңә фестиваль”;

* ”Тоғролоҡ һәм бурыс ялҡыны бөйөк юлыбыҙҙы яҡтыртһын!” (Фәтих Кәримдең 110 йыллығына арналған).

Икенсе этап һөҙөмтәләре буйынса жюри иғлан ителгән барлыҡ номинациялар буйынса урындар бирмәҫкә мөмкин. Икенсе этапты уҙған ҡатнашыусыларҙы ойоштороу комитеты фестивалдең өсөнсө этабында ҡатнашырға саҡыра.

Фестивалдең ойоштороу комитеты
Читайте нас: