Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Ғинуар 2019, 13:42

Башҡорт ғаиләләре бәйгегә саҡырыла

“Етегән — 2019” асыҡ республика конкурсы Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап ойошторола. Конкурс 2019 йылдың 11 ғинуарынан 25 февраленә тиклем бара. Бәйгене ойоштороусылар — БР Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы һәм телерадиокомпания дәүләт унитар предприятиеһы.
“Етегән” байрамы 2016 йылдан алып йыл һайын яҙҙың тәүге көнөндә — 1 мартта уҙғарылып килә. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм яҡлауға йүнәлтелгән. Был асыҡ республика конкурсында теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Конкурста түбәндәге номинациялар ҡаралған:
- һөйөү тураһында шиғырҙар һөйләү;
- мөхәббәт хаҡында йырҙар башҡарыу;
- иң яҡшы башҡорт бейеүе;
- мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минутлыҡ) ;
- иң шәп башҡортса буклеттар һәм открыткалар;
- “Мөхәббәт” темаһына иң яҡшы фотоһүрәттәр;
- башҡорт йырҙарына һәм көйҙәре аҫтында “Етегән — 2019” байрамына иң яҡшы флешмоб.
Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри һәр номинацияла өс призлы урынды билдәләй. 2019 йылдың 1 мартында, “Етегән” байрамында, еңеүселәргә һәм лауреаттарға ойоштороу комитетынан дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Ғариза менән конкурс эштәрен 25 февралгәсә [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Ойоштороу комитеты.
Читайте нас: