Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Декабрь 2018, 18:55

“Минең ғаиләм —2018”

Ғаилә йылы сиктәрендә Әсә көнөн билдәләү уңайынан “Минең ғаиләм — 2018” конкурсына килеүселәр араһында бигерәк тә гүзәл заттар күберәк ине. күберәк ине. Сөнки нәҡ улар хөрмәтенә йылы һүҙҙәр яңғыраны һәм мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән илһамлы сығыштар музыкаль күстәнәс булды.

Ғаилә йылы сиктәрендә Әсә көнөн билдәләү уңайынан “Минең ғаиләм — 2018” конкурсына килеүселәр араһында бигерәк тә гүзәл заттар күберәк ине. Сөнки нәҡ улар хөрмәтенә йылы һүҙҙәр яңғыраны һәм мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән илһамлы сығыштар музыкаль күстәнәс булды.
Район хакимиәте башлығы Александр Комзалов байрам менән ҡотлап телмәр тотто.
—Районыбыҙҙың алтын фондын тәшкил итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы ихлас ҡотлайым. Улар — хәстәрлекле әсә, эшһөйәр ҡатын, булдыҡлы хеҙмәткәр ҙә. Быйыл 18 йәш ғаилә тәүге сабыйҙары тыуғас, 300 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алды, 25-е ошо маҡсаттың тормошҡа ашырылыуын көтә. 2009 йылдан 21 ғаилә торлаҡ сертификатына эйә, 1647 ғаилә “әсәлек капиталына” сертификат алыуға өлгәште, 396 ғаиләгә шәхси йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы бирелде. “Әсәлек даны” миҙалы менән 106 ҡатын-ҡыҙ бүләкләнде. Районда өс бала тәрбиәләүсе ғаиләләр һаны — 311; 4 балалы — 74; биш балалы — 40; алты бала үҫтереүсе — 12; ете ул-ҡыҙ тәрбиәләүсе — 4. Йәш ғаиләләргә, күп балалыларға социаль ярҙам саралары күрһәтелә, торлаҡ сертификаттары тапшырыла. Ғаиләләр шулай уҡ ата-әсәһенең ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар тураһында ла хәстәрлек күрә, 79 ғаиләлә 109 етем бала наҙ –һөйөү менән тәрбиәләнә. Байтаҡ йылдар бергә йәшәүсе парҙар ҙа районыбыҙҙың ғорурлығы,-тип Александр Анатольевич 60 йыл бергә ғүмер итеүсе Сайма һәм Фәнил Хәсәновтарҙы (Ҡыҫынды ауылынан) ихлас тәбрикләне. Уларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Ҡотлауы һәм бүләге тапшырылды. Байрам көндө Д.Шәрәфетдинов, А.Буркова, А.Губачева, Л.Дәүләтгәрәева район хакимиәте башлығы ҡулынан фатир асҡысы алды.
Район ЗАГС бүлеге начальнигы Наталия Березенкова бер нисә ғаилә парына сабыйҙары тыуыу айҡанлы тантаналы шарттарҙа таныҡлыҡ биреү ҙә залдағыларҙа шатлыҡлы тойғолар уятты.
Әсәйҙәргә мәҙхиә яуҙырыу, бәхетле минуттар кисереү мәленән һуң сәмле бәйгегә сығырға баҙнат итеүсе биш ғаилә сәхнә түренә сыҡты: Диана һәм Анатолий Рудзит, Максим һәм Екатерина Лежневтар (Архангел ауыл советы), Алена һәм Руслан Сәйфуллиндар (Арх-Латыш), Зәлиә Урманцева (ире Марс вахтала эштә) балалары менән, Зилә Яҡшымбәтова (ире шулай уҡ хеҙмәт һағында) ҡыҙы менән. Девиздары еңеүгә ышанысты арттырып, һәр береһенә ҡанат ҡуйғандай, барыһына ла дәрт-дарман өҫтәне.
Тәүге һынау ”Визит карточкаһы”на барыһы ла яҡшы әҙерләнгәйне. Ғаиләләре менән таныштырыуҙа айырыуса Лежневтар, Рудзит һәм Сәйфуллиндар, Урманцевтар ентекле һәм төплө мәғлүмәт еткереп, юғары балдар йыйҙы. Бай фантазия менән һуғарылған ҡыҙыҡлы кадрҙарҙы тамашасылар һоҡланып ҡараны. Ғаилә фотоһүрәттәрендәге саралар, ял итеү, байрам, өй мәшәҡәттәре, мауыҡтырғыс сәйәхәттәре берҙәмлектә, татыулыҡта ғына ғаилә ныҡлы тигән идеяны алға сығарҙы.
“Музыкаль ғаилә” тамашасылар иғтибарына моң даръяһы ғына түгел, сәхнә күренеше лә ( Рудзит ғаиләһе) тәҡдим итте. Екатерина Лежнева улдары менән әсәй тураһында йыр башҡарһа, Алена Сәйфуллина ҡыҙы менән, шулай уҡ Зилә Яҡшымбәтова ла залды хистәр тулҡынында йөҙҙөрттө. Урманцевтарҙың улы Марсель ҡумыҙҙа башҡорт көйҙәре менән йыуандырҙы, ҡыҙҙары Сулпан пианинола уйнаны, кескәй Радмила бейеп кинәнде. Һәр бәйгесе, ысынлап та, музыкаға маһирлығын иҫбатланы.
“Ғаилә аш-һыуы” һынауында бөтәһе лә уңған булып сыҡты. “Король ватрушкаһы” бешергән Лежневтар ошо хаҡта тәмләп-тәфсирләп һөйләне. Өләсәй рецепты менән улар ҡунаҡтарын ғәжәпләндерергә ярата икән. Яҡшымбәтовтар бәлеш оҫтаһы булһа, Урманцевтар ҡоймаҡ ҡойоп килтергән. Рудзит ғаиләһе күмәкләшеп пицца әҙерләргә әүәҫлеген ғәмәлдә генә түгел, кинотаҫма аша ла дәлилләне. Сәйфуллиндар иһә ҡаҙҙан картуф, йәшелсәләр ҡушып, мейестә ҡаҙ бешергән. Жюри ағзалары барыһына ла тейешле баһаһын бирҙе.
Бынан тыш, бөтәһенең дә күргәҙмә материалдары барланды, ғаилә тамырҙарының тармаҡлы икәнлеге шәжәрә ағасында асыҡ күренде. Үҙенсәлекле яһалышы ла иҫәпкә алынды.
Ниһаәйәт, бәйге тамам. Жюри рәйесе Фәйез Йортомбаев төрлө номинацияларҙы иғлан итеп, еңеүселәргә Дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.
1-се урынды Сәйфуллиндар яуланы. 2-се — Лежневтар, 3-сө — “Ғаилә традицияларын һаҡлаусы” Рудзит ғаиләһе.
“Ғаилә тамырҙары менән ныҡлы” номинацияһында — Урманцевтар, “Ғаилә — ул бөйөк көс”тә Яҡшымбәтовтар билдәләнде.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: