Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
30 Ноябрь 2018, 12:48

“Минең ғаиләм”

2018 йылдың февраленән “Инйәр” гәзите Ғаилә йылына арнап, “Минең ғаиләм” фотоконкурсы иғлан иткәйне. Бәйгенең төп маҡсаты район данын арттырып, матур итеп балалар тәрбиәләп, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп, оҫталығы, эшһөйәрлеге менән ихтирам ҡаҙанып йәшәүсе татыу ғаиләләр менән таныштырыу, уны баҫма биттәрендә яҡтыртыу ине.

Фотоконкурсҡа 8 фотоһүрәт килде. Уҡыусыларыбыҙ ғаиләләре хаҡында ҡыҙыҡлы хәл, юбилей, уңған балалар һәм башҡа ваҡиғалар хаҡында бәйән итте.
Ниһайәт, йомғаҡ яһау мәле етте. 1-се урында “Ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуандыра” (№60, 27.07.2018 й., М.Ниғмәтуллин, Заря ауылы) фотоһүрәте билдәләнде.
2-селә — “Татыулыҡҡа ни етә?” ( №64, 10.08.2018 й., Т.Рәхимова, Абҙан), 3-сөлә — “Дәрт-дарман бирә” (№80, 05.10.2018й.) Т. Абдуллина, Убалар).
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен килеп алыуҙарын һорайбыҙ.
Мөхәрририәт.
Читайте нас: