Үҙешмәкәрҙәр араһындағы район бәйгеһе йыр-моңға ғашиҡ йәндәрҙе сәхнә түренә әйҙәне.
“Йәшәһен йыр, тулһын шатлыҡ күңелдәргә, ярһып типһен беҙҙең йөрәктәр!”-тип мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Сәриә Мағазова конкурсанттар менән таныштырҙы. “Дарман”ға сығырға йөрьәт итеүсе гүзәл заттар — Миләүшә Мырҙагилдина (Горный ауылы), Рида Әхмәтова (Абҙан), Венера Вәлиева (Яңы Ырныҡшы).
Башта ғаилә хәле, йәшәйештәре, нәҫел дауамдары хаҡында, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй булыуҙары ғына түгел, һәр кешенең ғүмерлек юлдашы — йырҙың тормоштарында рухландырып, илһамландырып тороуы хаҡында ла ихлас бәйән итте улар.
Сәмле һәм күңелле конкурстың тәүгеһе — “Яңғыҙ йыр” тамашасыларҙың күңеленә дәрт-дарман өҫтәп ебәрҙе. Көйәрмәндәр алҡыштарын йәлләмәне.
2-се ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, “Таҡмаҡтар”ҙа ханымдарҙы туҡтатырлыҡ түгел ине. Халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижадының был төрөн бәйгеселәр хәтәр шәп белеүе менән залдағыларҙы хайран ҡалдырҙы.
“Йырҙы таны” тип исемләнгән һынау көйҙө танып, уны дауам итергә тырышыу булһа, бында ла һынатманылар. “Караокэ” ҡатын-ҡыҙҙарҙы интерактив таҡтаға төбәлергә мәжбүр итте. Оҡшағанын һайлап алғас, залға көй таралды, үҙенсәлекле тауыштар аша моңға һыуһаған күңелдәр баҫылды.
Ниһайәт, баһалама ағзалары бәйгегә йомғаҡ яһаны һәм уның һөҙөмтәләре иғлан ителде.
“Даланлы йырсы” номинацияһында — В.Вәлиева, “Сая йырсы”ла — М. Мырҙагилдина, “Моңло йырсы”ла Р.Әхмәтова билдәләнде һәм уларға бүләктәр тапшырылды.