Йәй етһә, урамыбыҙҙы бала-сағаның шатлыҡлы тауыштары яңғырата. Ҡала-ауылдарҙа йәшәүсе ул-ҡыҙҙарымдың бәләкәстәре беҙҙең янға килергә ашҡынып тора. Улар бер-береһе менән аралаша, кинәнеп саф һауала төрлө уйындар уйнай, олораҡтары хужалыҡта бергәләшергә тырыша. Төрлө тарафтан ҡунаҡҡа килеүсе ошондай (һүрәттә) ейән-ейәнсәрҙәребеҙ барлығы — олатай-өләсәй өсөн үҙе оло бәхет!
Миңнияр Ниғмәтуллин.