Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Апрель 2018, 15:23

Батырлығың алдында баш эйәм

Һаумыһығыҙ батыр яугир! Мин һеҙҙе белмәйем, күргәнем дә юҡ, әммә ҡыйыу һалдат икәнегеҙҙе беләм. Бына алыҫ киләсәктән, 2018 йылдан, “рәхмәт” хаты яҙырға булдым.

Һаумыһығыҙ батыр яугир! Мин һеҙҙе белмәйем, күргәнем дә юҡ, әммә ҡыйыу һалдат икәнегеҙҙе беләм. Бына алыҫ киләсәктән, 2018 йылдан, “рәхмәт” хаты яҙырға булдым.
Һеҙҙең батырлығығыҙ алдында беҙ, әлеге быуын кешеләре, барыбыҙ ҙа баш эйәбеҙ. “Рәхмәт һиңә, яугир!”, — тип ысын күңелдән тойғоларыбыҙҙы белдерәбеҙ. Биш йыл буйы дауам иткән ҡәһәрле һуғыш бик күп ғүмерҙәрҙе ҡыйған, йәш кенә егет-ҡыҙҙар яу яландарында мәңгегә ятып ҡалған.
Һалдат, мин һиңә ағайым һәм бабайым тип өндәшһәм дә булалыр тип уйлайым. Ағайым тим, сөнки бер нисә йәшкә генә олоһоң. Бабайым тим: байтаҡ йылдар уҙғанға. Йәш саҡтарыңдың матур миҙгеле ошо һуғыш осорона тура килгән, наҙлы хистәреңде ҡара күмергә батырған. Һин дә бит донъяның гүзәллегенә һоҡланып, шатланып, рәхәтләнеп ғүмер кисерергә теләгәнһеңдер. Күпме уй-хыялдарың тормошҡа ашмаған. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлар инең икән? Ғаиләң, балаларың булыр ине. Эх, һуғыш, һуғыш...Ниндәй ҡурҡыныс һүҙ. Уны ишеткәс тә күҙ алдына ут, атыш, шартлау, үлем күренештәре баҫа. Ҡот осҡос! Һалдат, һин һис ҡурҡмағанһың, тыуған илеңә тоғро ҡалғанһың, яу утына кереп Ватаныңды, халҡыңды дошмандан ҡотҡарғанһың. Ғүмереңде ҡорбан иткәнһең. Һин — илеңдең батыр улы!
Һуғыш афәте осорона эләккән кешеләрҙең көнитмеше бик ауыр булған. Быларҙы беҙ ололарҙың һөйләгәндәренән беләбеҙ. Ата- әсәйең, туғандарың да булғандыр, улар ҙа еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар тырышлығын һал ғандыр. Тылдағы ауыр хеҙмәтте иңдәре менән күтәргәндер. Беҙ уларға ла рәхмәтле. Бөйөк Ватан һуғышы егерме биш миллиондан ашыу кеше ғүмерен ялмаған. Күпме тормошҡа ашмаған хыялдар...
Әлеге мәлдә беҙ ҙур маҡсаттар менән йәшәйбеҙ. Донъялар тыныс, күгебеҙ аяҙ. Ошондай гүзәл тормошобоҙ өсөн, әлбиттә, һалдат, беҙ һиңә рәхмәтлебеҙ. Илебеҙ үҫешә, ҙур-ҙур ҡалалар көндән-көн матурлана. Ауылдарҙа кешеләр етеш ғүмер кисерә. Техника күп, кеҫә телефондары ярҙамында аралашабыҙ.
Тормош алға бара. Уҡыу йорттары бихисап. Йәштәр һәр береһе белем алырға ынтыла, һөнәр үҙләштереп, эшкә урынлаша. Быларҙың барыһы ла һинең ҡаның менән яуланған. Һинең көсөң менән урынлашҡан тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Барыһы өсөн һиңә, бергә иңде-иңгә терәп алышта дошмандарҙы ҡырған яуҙаштарыңа рәхмәт. Батырлығығыҙ хаҡында һөйләп бөтөрлөк түгел. Рухтарығыҙ һәр саҡ күңелебеҙҙә мәңге һаҡланыр. Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ.

Шәйәхмәтова Әлиә, 2-се Архангел мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.

Читайте нас: