Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Февраль 2018, 14:22

“Тыуған илем — илһам иле” шиғыр бәйгеһенең йомғаҡтары

“Тыуған илем — илһам иле” шиғыр бәйгеһе 4 августа иғлан ителде һәм 20 декабргә тиклем дауам итте. Конкурста ҡатнашҡан авторҙар — “Инйәр” район гәзите уҡыусылары. шарт буйынса улар ебәргән шиғырҙар тәүҙә гәзит биттәрендә баҫылды.

“Тыуған илем — илһам иле” шиғыр бәйгеһе 4 августа иғлан ителде һәм 20 декабргә тиклем дауам итте. Конкурста ҡатнашҡан авторҙар — “Инйәр” район гәзите уҡыусылары. шарт буйынса улар ебәргән шиғырҙар тәүҙә гәзит биттәрендә баҫылды.

Бөтәһе бәйгелә 9 автор ҡатнашты һәм 44 шиғыр тәҡдим ителде. Уларҙың исемлеге:

1. Фәйзуллина Зәлифә Вәлиәхмәт ҡыҙы

2. Ғәббәсова Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы

3. Юламанова Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы

4. Фәйрүзова Гөлирә Миңлеғәли ҡыҙы

5. Юлмөхәмәтова Нәсимә Иҫәнбай ҡыҙы

6. Әбсәләмова (Фазылова) Альбина Илдус ҡыҙы

7. Хазиәхмәтов Раушан Фәйзрәхман улы

8. Искәндәрова Регина (Рәғилә) Ғарифулла ҡыҙы

9. Баязитова Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы

Жюри составында, “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы ағзалары:

1. Тимерғәле Килмөхәмәтов, яҙыусы, филология фәндәре докторы,

БДУ профессоры;

2. Әлфиә Нәзип ҡыҙы Әсәҙуллина, яҙыусы, Зәйнәб Биишева исемен-

дәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы

мөдире;

3. Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев, журналист, яҙыусы, БР журналис -

тар союзы рәйесе урынбаҫары;

4. Клара Ишбулды ҡыҙы Әһлиуллина “Табын ырыуҙары берләшмәһе”

төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе, “Башҡорт энциклопедияһы”

Ғилми нәшриәтенең директор урынбаҫары;

5. Гөлшат Зөфәр ҡыҙы Закирова, “Инйәр” район гәзите мөхәррире,

Архангел районы башҡорттарының ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе.

Жюри ағзалары фекере буйынса еңеүселәр исемлегенә ингән авторҙар:

Әбсәләмова Альбина Илдус ҡыҙы, Баязитова Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы, Хазиәхмәтов Раушан Фәйзрахман улы, Ғәббәсова Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы.

Конкурс беренсе тапҡыр үткәрелде, шуға күрә “Илһам иле” йыйынтығында жюри ағзалары тарафынан һайлап алынған бөтә ҡатнашҡан автор ҙарҙың шиғырҙары баҫыласаҡ. Йомғаҡлау сараһы Халыҡ-ара туған тел көнөнә арнала һәм 21 февралдә үткәрелә.

Клара Әһлиуллина,

“Башҡорт энциклопедияһы” Ғилми нәшриәтенең директор урынбаҫары.
Читайте нас: