Инйәр
+30 °С
Болотло
Общие статьи
23 Июль , 05:58

Йәмле июль илһамландыра

Беҙҙең “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле ҡыҙҙары быйылғы йәйҙе тәбиғәт ҡосағында үткәреп, күңеленә генә түгел, йәненә, тәненә шифа ала.

Йәмле июль илһамландыраЙәмле июль илһамландыра
Йәмле июль илһамландыра

Яландарға сығып еләк бешкәнен күҙәтеп, өлгөрөү менән күмәкләп йыйырға сығабыҙ, хуш еҫле дарыу үләндәрен дә ҡышҡылыҡҡа хәстәрләйбеҙ: мәтрүшкә, меңъяпраҡ, юл япрағы, кеүек файҙалы үләндәр иғтибарҙы тартып тора. Уларҙан тәмле сәйҙәр, төнәтмәләр эшләйбеҙ. Ялан-урманда йөрөү  беҙгә боронғо йолаларҙы яңыртыу ғына түгел, ә көс-ҡеүәт туплау, сәләмәтлекте нығытыу сараһы ла. Ҡояшта ҡыҙарып бешкән тупар, ҡурай еләктәрен, бөрлөгәнде   матур уйҙар менән кәрзинебеҙгә тултырабыҙ. Йырлап-бейеп, хатта бер-беребеҙгә ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр һөйләп, йәйҙең йәмле көндәрен шулай күңелле уҙғарабыҙ. Был мәлдәрҙә тыуған яғыбыҙҙың аҡландары үҙе оло сәхнәгә әйләнә. Саф һауала бал, сәскә еҫтәре аңҡый. Күңелебеҙҙә — илаһи матурлыҡ, йән тыныслығы. Ошо инде ысын  бәхет!

   Байлыҡ-муллыҡ айында фотоға төшөп, “Минең йәйем” конкурсында ҡатнашырға булдыҡ. Миҙгелгә бәйле хәтирәләр, уңыштарға бай июль барыбыҙҙы ла илһамландыра, дәртле сығыштарға ҡанат ҡуя.

“Гөлнәзирә” фольклор ансамбле ағзалары.

Убалар ауылы.

Автор:Милавша Баширова
Читайте нас