Инйәр
+30 °С
Болотло
Общие статьи
23 Июль , 05:52

Тирәклеләр һатыусынан уңды

Район ҡулланыусылар йәмғиәтенең көнкүреш тауарҙары һәм аҙыҡ-түлек магазинында Әлфинә Бәҙғотдин ҡыҙының  ең һыҙғаныуына өс тиҫтә йылдан ашыу. Тирәклеләр һатыусынан уңды, тиһәң дә була.  Ошо ваҡыт эсендә ниндәй генә заман үҙгәрештәре кисерелмәгән. Был хаҡта  үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп ул:

Тирәклеләр һатыусынан уңдыТирәклеләр һатыусынан уңды
Тирәклеләр һатыусынан уңды

— Һис тә уйламаған инем һатыу эшенә тотонормон тип. Өфөләге кооператив техникумына уҡырға индем. Бухгалтер танытмаһы алғас, тыуған яғыма  ҡайттым. 90-сы йылдарҙа РайПоның гөрләп торған саҡтары, магазинда эшләй башланым,  бар нәмә дефицит бит инде, халыҡ күпселек электр приборҙары, духовка һәм өй кәрәк-яраҡтары  ала торғайны. Хәҙер генә тормош етеш,  йәнең ни теләй, барыһын да тиҙ арала табырға мөмкин. Кешеләр күпселек икмәк,  һөт, шәкәр алырға килә. Әгәр заказдар була икән, уны  мотлаҡ үтәйбеҙ, товаровед  Зилә Исхаҡова, водителдәр Сергей Колбин, Николай Кудряшов ярҙам итеп тора, -тине.

  Хәмиҙә һәм Бәҙғотдин  Ғайсиндарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә ул. Ата-әсә биш ҡыҙына (Альвира, Әлфинә, Илира, Нураниә, Гөлнур) һәм өс улына  (Фидан (мәрхүм), Вилдан, Фәнил) бала саҡтан уҡ  хеҙмәттең әһәмиәтен төшөндөрә,  шуға ла балалары  сынығып,  ярҙамлашып буй еткерә. Ауылда эштең күплеге һәр кемгә мәғлүм. Элегерәк  бар ерҙә лә ҡул көсө талап  ителде: йылғанан көйәнтәләп һыу ташыу, утын әҙерләү, уны бысыу, ярыу, мал ҡарау,  ояларын таҙартыу, бесән сабыу...  Бөгөн ана шул мәлдәрҙе Әлфинә һағынып иҫенә төшөрә:

 —  Беҙгә ни ҡушалар, шунда уҡ яуаплылыҡ тойоп,  үтәнек. Маҡтап ебәрһәләр, дәртәләнеп китәбеҙ. Мәктәп йылдарында сөгөлдөр эшкәртергә, бәрәңге ҡаҙырға йөрөнөк. Атайым да, әсәйем дә, уҡытыусылар ҙа беҙҙе тик яҡшылыҡҡа өйрәтте. Өйрәнеүебеҙ — үҙебеҙ өсөн,  ҡәҙерлеләремә сикһеҙ рәхмәтлемен, урындары йәннәттә булһын.

Үҙ  эшенең оҫтаһын етәкселек  маҡтап телгә ала. Һөнәри байрамдары уңайынан район, республика кимәлендәге Маҡтау ҡағыҙҙары ла ошо хаҡта әйтеп тора. 2021 йылда “Ҡулланыусылар кооперацияһы ветераны” исеменә лайыҡ.  Быйыл  Әлфинә Вахитова намыҫлы хеҙмәте өсөн  Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенең  Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Яратҡан сәскәләре —георгин, астра.

Яратҡан кинолары — совет осоронда төшөрөлгән фильмдар.

Яратып уҡығаны — башҡортса һәм русса хикәйәләр.

Яратҡан аш-һыуы — төрләнмәйем, барыһын да яратам.

Тормош девизы —  эш — күңелемә дауа.

 

 Әлфинә  Бәҙғотдин ҡыҙы 1992 йылда кейәүгә сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире вафат булғас,  улын  һәм ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләй. Яҙмыш ҡаты һынауҙар ҙа ҡуя уға,  Денисы ла баҡыйлыҡҡа күскәс, донъяның йәме бөткәндәй тойола. Шулай ҙа бирешмәй, алға өмөт менән ҡарап, үҙендә көс таба, Денистың  улдары Вадимы һәм Русланына, Алина ҡыҙының  6 айлыҡ  бәләкәсенә сикһеҙ һөйөү менән бағырға, киләсәктәрен матур итеп күрергә дәрт уята. Килене Гөлнур   ғәзиздәре менән  Стәрлетамаҡтан ҡунаҡҡа килгеләй.

 Һәр ҡатын-ҡыҙ буш ваҡытын  файҙалы үткәрә:  йорт тирәһендә, тәҙрә төптәрендә сәскә атып ултырған гөлдәре уның уңғанлығына ишара. Рухи үҫеш йәһәтенән йөкмәткеле һәм фәһемле хикәйәләр, район, республика баҫмалары уҡып, кинәнес таба. Баҡсалағы мул уңыш тәмле турамалар булып, банкыларға һалына. Егәрленең ҡулы етәү, тип белмәй әйтмәгән халҡыбыҙ.

Үҙ  эшенең оҫтаһын етәкселек  маҡтап телгә ала. Һөнәри байрамдары уңайынан район, республика кимәлендәге Маҡтау ҡағыҙҙары ла ошо хаҡта әйтеп тора. 2021 йылда “Ҡулланыусылар кооперацияһы ветераны” исеменә лайыҡ. Быйыл  Әлфинә Вахитова намыҫлы хеҙмәте өсөн  Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенең  Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

“Ҡайҙа тыуғанһың, һин шунда үҙ бәхетеңде табаһың”, тигән ҡанатлы һүҙҙәр иҫкә төшә. Бөгөн бөтә күңелен биреп, ауылдаштарының мәнфәғәтен хәстәрләп  йәшәүенән   Әлфинә Бәҙғотдин ҡыҙы, ысынлап та ифрат ҡәнәғәт.

Миләүшә Бәширова.

Автор:Милавша Баширова
Читайте нас