Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март 2021, 13:43

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге нимәлә?

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге нимәлә?

Заря ауылынан Рәмзиә Мозафарова:
—Ҡатын-ҡыҙ — наҙлы зат. Ул донъяның йәме булған ҡупшы ҡыҙ ҙа, сибәр, тоғро ҡатын да, наҙлы, сабыр, хәстәрлекле әсә лә. Ғүмер буйы гүзәл зат өйҙө йылытыусы, ғаилә усағының һаҡсыһы, таянысы һаналған. Ғөмүмән, ул нескә лә, яҡлауға мохтаж да булыуға ҡарамаҫтан, бөгөлмәгән имән кеүек ныҡ, түҙемле һәм көслө рухлы.
Тормошта гүзәл затҡа еңел түгел. Уның һәр аҙымы, холоҡ-фиғеле, үҙен тотоуы, ҡиәфәте энә күҙәүенән үткәрелә. Бигерәк тә — бөгөнгө заманда.
Мин үҙем байтаҡ йылдар Заря ауылында фельдшер булып эшләйем. Һуңғы ваҡытта Убалар халҡын да ҡарайым. Ошо дәүерҙә күпте күрергә, кисерергә, кешеләрҙең төрлө яҙмыштарына шаһит булырға тура килде.
Тормош тәжрибәһенән сығып шуны әйткем килә: ниндәй генә саҡтар булмаһын гүзәл заттар үҙ дәрәжәһен юғалтырға тейеш түгел, сөнки ул балаларына өлгө, иренә ышаныслы дуҫ, туғандарына терәк. Улар үҙ өҫтөндә эшләһә, үҫешһә, сәләмәт тормош рәүешен алып барһа, төрлө файҙалы тренингтарға йөрөһә йәки интернет селтәре аша ҡатнашһа уның үҙ тормошо ғына түгел, ә ғаиләһенең, яҡындарының йәшәйеше лә күңелләнеп, нурланып китер ине.
Шуға ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға әйткем килә: донъя мәшәҡәттәренә ҡарамай янып йәшәгеҙ, һөйөгөҙ, ҡыуанығыҙ һәм бер нәмәгә ҡарамай сибәр, һөйкөмлө, күркәм булып ҡалығыҙ. Байрам менән!
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: