ҠУҘЫ
Был аҙнала ҙур әйбер һатып алыуҙы, ғөмүмән, аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙе кисектереп тороғоҙ. Иғтибарҙы ижадҡа йүнәлтегеҙ. Ҡайһы берҙә йылдам ҡарар ҡабул итергә тура килер. Осор сәйәхәт итеү, сәфәр ҡылыу өсөн ҡулай.
БУҒА
Аҙна төрлө ваҡиғаларға бай булыр. Йондоҙҙар берсә уңыш килтерер, берсә алдығыҙға кәртә ҡуйыр. Мөһим документтар менән эшкә тотонмаҫҡа кәңәш ителә. Осор барышында әүҙемлекте бер аҙ кәметеп тороу зыян итмәҫ.
ИГЕҘӘКТӘР
Йылдам үҙгәргән шарттарға тиҙ яраҡлашырға, иңегеҙгә яуаплылыҡ алырға тура килер. Ҡурҡмағыҙ, барыһы ла һеҙ уйлағанса булыр. Бер генә кәңәш – аҡсағыҙҙы бушҡа сарыфламағыҙ.
ҠЫҪАЛА
Ҡорған пландарығыҙҙың уйламағанда үҙгәреп китеүе ихтимал. Бөтә эш-ғәмәлдәрегеҙҙә һәлкәүлек күҙәтелер. Төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, аҙна аҙағында хәлегеҙ яйға һалыныр.
АРЫҪЛАН
Осор бик уңышлы булмаҡсы. Иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә еңел хәл итерһегеҙ. Ял көндәре етәрәк ҡулығыҙға мул ғына аҡса ла төшөр, моғайын. Яҡындарығыҙҙың кәңәшенә мотлаҡ ҡолаҡ һалығыҙ.
ҠЫҘ
Финанс хәлегеҙ тотороҡланыр. Эшлекле партнерҙар менән бәйләнеште нығытыу өсөн ҡулай осор. Уңыштар әкренләп әйләнеп ҡайтыр. Киләсәккә ҡыйыу пландар ҡора алаһығыҙ.
ҮЛСӘҮ
Әүҙем ялға, физик күнекмәләргә йәки дуҫтарығыҙ менән аралышыуға өҫтөнлөк бирегеҙ. Гүзәл заттарға сит-яттарға ышанып бармаҫҡа, ә ир-егеттәргә артыҡ талапсан булмаҫҡа кәңәш ителә.
САЯН
Был аҙнала күптәнге ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырырға ваҡыт. Яҡындарығыҙ файҙалы кәңәш бирер. Аҡса эшләү мөмкинлеге артыр, ҡатмарлы бурыстарҙы ла иңегеҙгә алыуҙан ҡурҡмағыҙ.
УҠСЫ
Аҙнаның тәүге яртыһы эшлекле партнерҙар менән осрашыу, килешеүҙәр төҙөү өсөн уңайлы. Һәр төрлө эшмәкәрлек уңыш килтерер, абруйығыҙ артыр. Аҙна аҙағында яҡындарығыҙ менән сағыу ваҡиғалар көтөлә.
ЫЛАҠ
Тормошоғоҙҙа барыһы ла ал да гөл кеүек: финанс хәлегеҙ яҡшыра, башҡалар менән мөнәсәбәттәр яйға һалына. Коммерция тәҡдимдәренән баш тартырға ашыҡмағыҙ, мул ғына табыш алыу мөмкинлеге бар.
ҺЫУҒОЯР
Ярайһы уҡ уңышлы осор көтөлә, айырыуса эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн. Ҙур әйбер һатып алыуҙы, йәмәғәт урындарына барыуҙы кисектереп тороғоҙ. Яҡындарығыҙ араһынан кемдер һеҙҙе алдарға маташыр, моғайын.
БАЛЫҠ
Был аҙнала ныҡышмалы булһағыҙ, мотлаҡ уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Эшкә ҡыйыу тотоноғоҙ – ҡулығыҙҙан барыһы ла килә. Шулай ҙа эшкә сумып, шәхси тормошоғоҙ тураһында онотоп ҡуймағыҙ, яҡындарығыҙ үпкәләр.