Был хаҡта ведомствоның рәсми сайтында хәбәр ителә. Хәҙерге ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа ҡулланыу өсөн иң кәрәкле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың бер ниндәй нигеҙһеҙ арта барыуын күрмәү мөмкин түгел.
Генераль прокуратура хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, төп аҙыҡ-түлек тауарҙарына хаҡтар, мәҫәлән, шәкәргә - 71,5, көнбағыш майына - 23,8, онға- 12,9, икмәккә 6,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Ошоно иҫәпкә алып, төбәктәр прокурорҙарына монополияға ҡаршы органдар менән берлектә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар билдәләүҙәге закон боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса бурыс йөкмәтте. Хаҡтарҙы нигеҙһеҙ арттырыу буйынса эшҡыуарҙарҙың һүҙ ҡуйышыу, килешеү осраҡтары киҫәтеләсәк һәм тейешле саралар күреләсәк, тип хәбәр ителә ведомство сайтында.
Башстат мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Башҡортостанда аҙыҡ-түлек тауарҙарына хаҡтар сағыштырмаса бер ни тиклем аҙыраҡ артҡан. Шәкәр уртаса - 9,8, йомортҡа - 9,4, көнбағыш майы - 7,3, икмәк изделиелары 0,1-3,9 процентҡа күтәрелгән.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.