Инйәр
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2020, 16:01

Еңеү яуланылар!

Сираттағы матч­та ла улар 3:0 иҫәбе менән еңде.

11 декабрҙә Томи Ламса тәрбиәләнеүселәре “Йокерит”ҡа ҡаршы Өфөлә уйнаны. Был ике команданың быға тиклемге Хельсинкиҙағы осрашыуы финдар файҙаһына 3:1 иҫәбе менән тамамланғайны. Сираттағы матч­та ла улар 3:0 иҫәбе менән еңде.

Әйткәндәй, күптән түгел Игорь Ларионов етәкселегендәге Рәсәй йәштәр йыйылма командаһының тренерҙар штабы Эдмонтонда үткәреләсәк Донъя йәштәр чемпионатында ҡатна­ша­саҡ команда составы менән таныштырғайны. Был исемлектә “Салауат Юлаев” хоккей командаһының өс йәш хоккейсыһы – һөжүм итеүселәр Родион Әмиров һәм Даниил Башкиров, һаҡсы Шакир Мөхәмәҙуллин – бар. Команда 13 декабрҙә Канадаға юлланды. Унда улар карантин үтәсәк һәм яңы коронавирус инфекцияһына тест бирәсәк.

Ә “Салауат Юлаев” хоккейсыларына килгәндә, улар 13 декабрҙә “Өфө-Арена”ла “Себер” командаһы менән осрашты. Сираттағы матч юлаевсыларҙың еңеүе менән тамамланды. Иҫәп 3:1 булды. Александр Кадейкин, Павел Коледов һәм Сакари Маннинен – гол хужалары. Улар ко­мандабыҙ өсөн еңеү килтерҙе! Һуңғы биш матчтан һуң был беренсе еңеү ине.
Читайте нас: