Инйәр
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2020, 11:58

Указға йәнә үҙгәрештәр

Балалар баҡсаларында иртәлектәр атай-әсәйҙәрһеҙ, төркөмдәрҙә генә уҙғарыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 2020 йылдың 15 декабренән 2021 йылдың 18 ғинуарына тиклемге осор өсөн айырым пункттар раҫланды. Ошо арауыҡта Яңы йыл байрамына арналған мәҙәни, спорт, күңел асыу сараларын, йәрминкәләрҙе асыҡ һауала уҙғарырға мөмкин буласаҡ, ҡатнашыусыларҙың һаны сикләнмәй. Республика Башлығының Яңы йыл шыршыһы һәм Аксаков шыршыһы уҙғарылмаясаҡ, әммә унда ҡатнашырға тейеш балалар байрам бүләге аласаҡ.
Балалар баҡсаларында иртәлектәр атай-әсәйҙәрһеҙ, төркөмдәрҙә генә уҙғарыласаҡ.
Ошо арауыҡта ҡала-райондарҙың мәҙәниәт йорттары, күп функциялы ауыл клубтары һәм район үҙәктәрендә урынлашҡан клубтар эшләйәсәк. Башҡаларының Яңы йыл байрамдарында эшләү-эшләмәүен, биләмәләге санитар-эпидемиологик торошҡа ҡарап, район хакимиәттәре хәл итә.
Йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары (ресторандар, барҙар, кафелар һ.б) 2020 йылдың 31 декабренән 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләй аласаҡ. Башҡа көндәрҙә иртәнге алтынан төнгө 2.00 сәғәткә тиклем хеҙмәтләндереү рөхсәт ителә (юл буйы сервисы һәм килтереп биреү хеҙмәте объекттарынан тыш).
Шул уҡ ваҡытта йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларында бейеү майҙаны, кальян тартыу ойоштороу тыйыла. Залда бер үк ваҡытта 50-нән ашыу кеше йыйылмаҫҡа, социаль дистанция мотлаҡ күҙәтелергә тейеш. Хеҙмәтләндереү өсөн ҡулаҡса менән иҫәпләшеү кәңәш ителә.
Төнгө клубтарҙың эше, дискотекалар үткәреү тыйыла.
Дәүләт һәм муниципаль власть органдары, уларҙың ҡарамағындағы ойошмаларҙа корпоративтар уҙғарыу ҙа рөхсәт ителмәйәсәк.
Ҡала һәм район хакимиәттәре шыршыларҙың, боҙ ҡаласыҡтарының, һырғалаҡтарҙың һанын арттырыу буйынса саралар күрергә тейеш.
Шулай уҡ 18 йәшкә тиклемге балаларға ололарһыҙ сауҙа-күңел асыу үҙәктәренә барыу рөхсәт ителә.
Читайте нас: