Инйәр
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2020, 11:25

Ике пациент коронавирустан вафат булған

Ошо осорҙа – 13 146, тәүлек эсендә 94 кеше һауыҡҡан.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 15 декабргә мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә 155 кеше яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Пандемия башланғандан алып республикала ауырығандарҙың дөйөм һаны – 16 472. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ведомство брифингында ошондай мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Бер тәүлектә тағы ике сирле коронавирустан вафат булған. Тулыраҡ мәғлүмәттәр аныҡлана. Рәсми статистика буйынса, бөтәһе 108 кеше донъя ҡуйған.
Дауахананан тыш пневмония осраҡтары артҡан, тәүлегенә – 416 кеше. Пневмониянан дауаланып сыҡҡан пациенттар — 399. Стационарҙа – 766 сирле, уларҙың 52-һе – ауыр хәлдә, 10-һы – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Әлеге ваҡытта еңелсә ауырыған 2 452 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Ошо осорҙа – 13 146, тәүлек эсендә 94 кеше һауыҡҡан.
Үткәрелгән тикшереүҙәр һаны 1 864 894-кә еткән, бер тәүлектә коронавирусҡа 11 537 тест эшләнгән.
Читайте нас: