Инйәр
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2020, 11:55

“Иң матур башҡорт һүҙе”

1 ноябрҙә башланған “Иң матур башҡорт һүҙе” проекты тамамланды.

1 ноябрҙә башланған “Иң матур башҡорт һүҙе” проекты тамамланды. Тауыш биреүҙә ҡатнашҡандар өҫтөнлөктө барыбыҙға ла яҡын, яғымлы әсәй һүҙенә биргән. Проект оҙаҡ бармаһа ла, халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтте, башҡорт телен популярлаштырыуҙа файҙалы алым булды.
Уны Башҡортостан Башлығы грантына Балалар-үҫмерҙәр үҙәге, “Телешко” телевидение балалар мәктәбе ойошторҙо. Башланғысты тормошҡа ашырыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ярҙам итте.
Проекттың тәүге этабында кешеләр үҙе өсөн иң яғымлы, яңғырашлы тип тапҡан һүҙҙе тәҡдим иткән. Икенсе этапта иһә иң йыш ҡабатланғандарҙан 12 һүҙ һайлап алынған. Шулай итеп, атай, йөрәккәйем, йән, йәнтөйәк, ҡот, намыҫ, өмә, сабыр, тылсымлы, хыял, һөйәм тигән бик матур башҡортса һүҙҙәр араһынан әсәй һүҙе еңеп сыҡҡан. Уйын шартлы булһа ла, башҡорт теленең ниндәй тәрән мәғәнәле, яғымлы һүҙҙәрҙән торғанына тағы бер ҡат инандыҡ, эҙләндек, һайландыҡ... Күңелле булды!
Проекттың авторы – “Телешко” телевидение балалар мәктәбе директоры, педагог-психолог, төрлө телеканал проекттары авторы һәм мәртәбәле конкурстар еңеүсеһе Рөстәм Атнабаев.
Читайте нас: