Инйәр
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2020, 11:27

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында – яңы урынбаҫар

Белеме – журналистика, юриспруденция, кризисҡа ҡаршы маркетинг.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында яңы урынбаҫар тәғәйенләнде. Дүшәмбе, 14 декабрҙә, Зөһрә Сәйетҡолова эшкә тотондо ла инде.
Ведомство етәксеһе урынбаҫары вазифаһында Зөһрә Сәйетҡолова интернетта республика киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү өсөн яуап бирә һәм төбәк башҡарма власть органдарының матбуғат хеҙмәттәре менән үҙ-ара эш итеү менән шөғөлләнә, тип белдерҙеләр «Башинформ»ға Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында.
«Баҫыуҙа» эшләргә, район һәм ҡала гәзиттәренә яҡыныраҡ булырға теләйем. Хәҙерге заманда үҙҙәренең конкурентлыҡ һәләтен юғалтмаһын өсөн. Улар – бренд, тарих, уҡыусының ышанысы. Ошо ҡиммәтле йөктөң бер өлөшөн һанлы платформаға күсерергә кәрәк, баҫма тиражды юғалтмайынса, әлбиттә. Төп бурыстарҙы иһә етәкселек билдәләй», — тине Зөһрә Сәйетҡолова.
Бынан алда Зөһрә Сәйетҡолова «Уральский проект» һәм «Сибайский рабочий» гәзиттәрендә баш мөхәррир, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының мәғлүмәт департаменты директоры, «Сибком» акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәткәрҙәр буйынса директоры булды.
Белеме – журналистика, юриспруденция, кризисҡа ҡаршы маркетинг.
Читайте нас: