Инйәр
+16 °С
Облачно
Общие статьи
15 Декабря 2020, 07:49
Ауырығандар һаны 16 меңдән ашты, тағы өс кеше вафат булды
Йәнә өс үлем осрағы теркәлгән.
Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороу осраҡтары арта бара, 14 декабргә уларҙың һаны 16 меңдән ашты. Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә яңғыраған мәғлүмәттәре буйынса, вирус йөрөтөүселәрҙең дөйөм һаны – 16317 кеше. Тәүлек эсендә 154 сир йоҡтороу осрағы раҫланған.
Йәнә өс үлем осрағы теркәлгән. Коронавирус инфекцияһынан вафат булғандарҙың дөйөм һаны 106 кеше тәшкил итә.
Бер тәүлектә дауахананан тыш пневмония осрағы – 383. Дауаланып сыҡҡан пациенттар – 369. Бөтәһе 13052 кеше һауыҡҡан, уларҙың 10-һы – уҙған тәүлектә. Табиптар коронавирусҡа 1,85 миллиондан ашыу тест эшләгән. Республиканың 25 лабораторияһнда көн һайын 11 меңдән ашыу тикшереү үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, медицина учреждениеларында 6 405 урын әҙерләнгән. Буш койка фонды 26 процент тәшкил итә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта яңы инфекция госпитале тулыһынса эшләй башлаһын өсөн лицензия алыуҙы тиҙләтергә ҡушты.
1 ноябрҙән 14 декабргә тиклем өйҙә коронавирустан дауаланған 6000 самаһы пациент бушлай дарыу алған.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"