Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь 2020, 12:50

Прививка яһатһаң, алкоголь яраймы?

"Тиҙҙән - Яңы йыл! Ниндәй Яңы йыл шампан шарабынан тыш һәм башҡа төрлө эсемлектәрһеҙ булһын!"

Ҡайһы бер мәғлүмәт сараларында "Вакцинанан һуң бер ай дауамында алкоголь ҡабул итергә ярамай", тигән хәбәр булды. Йәнәһе, прививканан һуң 21 көн дауамында составында спирт булған эсемлектәр эсеү тыйыла. Коронавирусҡа ҡаршы инъекция рәттән ике тапҡыр яһалғанлыҡтан, 42 көн «ҡоро закон» талаптарын үтәргә тура киләсәк. Рәсәйҙә ошо сәбәпле тотош коллективтар вакцина яһатыуҙан баш тартырға йыйына, тигән хәбәр ҙә булды: "Тиҙҙән - Яңы йыл! Ниндәй Яңы йыл шампан шарабынан тыш һәм башҡа төрлө эсемлектәрһеҙ булһын!"
«Спутник V»-те уйлап табыусылар һүҙҙең икенсе нәмә тураһында барыуын аңлаттылар.
– Вакцинация ваҡытында алкоголдән тулыһынса баш тартыу тураһында һүҙ бармай. Организм иммунитет менән яуап бирһен өсөн спиртлы эсемлектәр ҡабул итеүҙе сикләргә кәрәк – был талап барлыҡ прививкалар осрағында ла ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта беҙ һәр прививканан һуң өс көн дауамында иҫерткес эсемлектәрҙән тулыһынса баш тартып торорға тәҡдим итәбеҙ, – тип һөйләне РБК-ға Гамалеи исемендәге Ғилми тикшеренеү үҙәге директоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Александр Гинцбург.
Вакцинациянан һуң өс көн дауамында алкоголь эсергә, ауыр физик эштәр башҡарырға, прививка урынын һыуларға, мунсаға йәки саунаға барырға ярамай.
Читайте нас: