Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2020, 19:11

“Йыл һөнәрмәне”

“Йыл һөнәрмәне” конкурсы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бер секторы булған креатив индустрияның үҫешенә һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

“Йыл һөнәрмәне” конкурсы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бер секторы булған креатив индустрияның үҫешенә һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Уны республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлыҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында үткәрә.
Конкурста бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, үҙмәшғүлдәр һәм айырым кешеләр ҡатнаша. Сара дүрт этаптан тора. Беренсеһендә конкурс эштәренең фотоһүрәттәре һәм ғариза ебәрергә кәрәк, тип хәбәр иткәйнек. Шулай итеп, Өфө, Бөрө, Сибай, Белорет, Туймазы, Дүртөйлө ҡалаларынан, Иглин, Краснокама, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Ҡариҙел, Бишбүләк һәм башҡа райондарҙан барлығы 170 оҫта үҙен һынап ҡарарға булған.
Һайлап алынып, финалға үткәндәргә эштәрҙең төп нөсхәһен ебәреү талап ителгәйне. “3 декабрҙә “Йыл һөнәрмәне” конкурсының икенсе этабы булды. Конкурс жюриһы ғаризалар һәм презентация материалдары буйынса оҫталарҙы финалға һайлап алды”, – тип белдергән Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлыҡтың халыҡ һәм художество кәсептәре үҙәге етәксеһе Айгөл Вәлиәхмәтова.
“Һөнәрмән-2020” конкурсының өсөнсө этабы 7 – 9 декабрҙә уҙа. Унда финалға сыҡҡандар эштәренең төп нөсхәләрен күрһәтәсәк. Ә дүртенсе этапта жюри номинациялар буйынса лауреаттарҙы һайлаясаҡ.
“Йыл һөнәрмәне-2020” конкурсының төп номинациялары:
  • металл менән художестволы эшләгән иң яҡшы оҫта;
  • керамика менән эшләгән иң яҡшы оҫта;
  • ҡораманы ҡулдан йәки машина менән тегеү буйынса иң шәп оҫта;
  • халыҡ костюмын һәм этнографик өлгөләргә ярашлы уның элементтарын әҙерләү буйынса иң шәп оҫта;
  • автор ҡурсағын һәм йомшаҡ уйынсыҡты әҙерләү буйынса иң шәп оҫта;
  • ағасты художестволы семәрләү буйынса иң шәп оҫта;
  • Башҡортостандың авторлыҡ сувенирын иң шәп эшләүсе-дизайнер;
  • иң шәп кейеҙ оҫтаһы.
  • “Йыл һөнәрмәне-2020” конкурсын йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе ҡотлау 12 декабрҙә үткәреләсәк.
    Читайте нас: