Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2020, 19:16

Яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инә

Рәсәй Хөкүмәте урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен раҫланы. Ул 2021 йылдың 1 ғинуарынан 2027 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Рәсәй Хөкүмәте урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен раҫланы. Ул 2021 йылдың 1 ғинуарынан 2027 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Яңы тәртип дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, ойошмалар һәм граждандар өсөн ерҙәрҙе һәм урманды маҡсатлы файҙаланыу һәм урманды ҡулланғанда, һаҡлағанда, яҡлағанда, үҫтергәндә, башҡа эшмәкәрлек алып барғанда, кешеләр тәбиғәткә сыҡҡанда янғын хәүефһеҙлеге саралары буйынса берҙәм талаптар ҡуя.

Урманда янғын хәүефһеҙлегенә түбәндәге саралар инә:
– урман янғындарын иҫкәртеү (янғын һүндереү саралары менән тәьмин итеү);
– урманда янғын хәүефһеҙлеген һәм янғындарҙы күҙәтеү һәм тикшереү;
– урман янғындары планын әҙерләү һәм раҫлау;
– урманда янғын хәүефһеҙлеге буйынса башҡа саралар.

Урманда янғын хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлы тыйыла:
– йәш ылыҫлы урманда, көйөктә, тәләфләнгән урман участкаларында, торфлы ерҙәрҙә, таҙартылмаған һәм ағасы алынмаған ҡырҡындыларҙа, кипкән үләнле урындарҙа, ағас төптәрендә асыҡ утты файҙаланыу;
– янған шырпы, тәмәке төпсөгө, быяла һауыттарҙы ташлау;
– һунар ваҡытында яғыулыҡта кейеҙ (үҙаллы тоҡанып китеү мөмкинлеге булған) йәки быҫҡыған әйберҙәрҙе ҡулланыу;
– махсус ҡаралмаған урындарҙа майлы йәки бензин, кәрәсин һеңгән йәки башҡа тиҙ тоҡаныусан әйберҙәрҙе (ҡағыҙ, туҡыма, сүбәк, мамыҡ һәм башҡалар) ҡалдырыу;
– двигатель эшләп торғанда яғыулыҡ багына яғыулыҡ ҡойоу, тәьмин итеү системаһы ватылған машиналарҙы ҡулланыу, яғыулыҡ менән эшләгән машиналар эргәһендә тәмәке тартыу;
– торфлы урындарҙа асыҡ ут менән эш башҡарыу;
– урманға яҡын урынлашҡан һәм 0,5 метрҙан да кәм булмаған киңлектә янғынға ҡаршы минераль һыҙат менән айырыл­маған ер участкаларында сатырҙарҙы, йәймәне, ҡоро үләнде һәм башҡа яныусан әйберҙәрҙе яндырыу;
– урманды етештереү һәм ҡулланыу әйберҙәре менән ҡыйлау тыйыла.
Читайте нас: