Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2020, 18:54

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы. Яңы талаптар һәм мөмкинлектәр”

10 декабрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров...

10 декабрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара бизнес аҙналығы нигеҙендә уҙғарылған “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы. Яңы талаптар һәм мөмкинлектәр” пленар ултырышында сығыш яһаны.
Сессия эшендә Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре комитеты рәйесе Борис Пайкин, Туризм буйынса федераль агентлыҡ идаралығы начальнигы Елена Лысенкова, туризм индустрияһы өлкәһендәге World Travel Awards бөтә донъя премияһы президенты Грэм Кук, Дөйөм милли ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы союзы президенты Грант Бабасян, Рәсәй туризм индустрияһы союзы вице-президенты Александр Осауленко һәм Рус география йәмғиәтенең Төбәктәр үҫеше департаменты директоры Сергей Корлыханов ҡатнашты.
Радий Хәбиров, коронавирусҡа бәйле сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда 2020 йылда туристар ағымының былтырғыға ҡарағанда өсләтә артыуы тураһында белдерҙе.
– Беҙ ике миллионға яҡын туристы ҡабул иттек, был бик күп, – тине Башҡортостан Башлығы. – Туризм хеҙмәттәренә ихтыяж байтаҡҡа артты. Ул инфраструктураны үҫтереүгә көслө этәргес бирҙе. Эшҡыуарҙарыбыҙ ошо өлкәнең ҡеүәтен күрҙе. Шулай ҙа беҙ эш сифаты тураһында уйландыҡ. Юл буйы сервисын, геопарктарҙы һәм башҡа объекттарҙы үҫтереү программаларын ҡабул иттек.
Пленар ултырышта ҡатнашыусылар эске туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Мәҫәлән, “Ростуризм” вәкиле Елена Лысенкова әйтеүенсә, 2020 йыл был өлкәгә көслө этәргес бирҙе һәм был кимәлде һаҡлап ҡалырға, үҫтерергә кәрәк. Һүҙ заманса инфраструктура хаҡында ғына түгел, ә туризм өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу тураһында ла бара.
Туризм индустрияһы өлкәһендәге World Travel Awards бөтә донъя премияһы президенты Грэм Кук Рәсәй төбәктәренең туризм баҙарындағы мөмкинлектәрен юғары баһаланы һәм уларҙы World Travel Awards премияһына дәғүәселәрҙе әүҙемерәк тәҡдим итергә саҡырҙы.
Читайте нас: