Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2020, 19:10

«Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы»

Яңы йыл алдынан Башҡортостанда «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» конкурсы старт алды.

Яңы йыл алдынан Башҡортостанда «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» конкурсы старт алды. Ул түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:
– Өфө ҡалаһы ҡала округы эсендәге райондарындағы «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы»;
– ҡала округтарындағы (Өфө ҡалаһы ҡала округынан тыш) «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы»;
– ҡала биләмәләрендәге «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы»;
– ауыл биләмәләрендәге «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы».
Яңы йылды байрам итеүгә арналған саралар үткәргәндә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙе арттырыу конкурстың төп маҡсаты булып тора.
Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы һәм Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойоштора.
Унда ҡатнашыу өсөн муниципалитет хакимиәттәренә үҙ биләмәһендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығын һайлап алырға, конкурстың электрон адресына ғариза һәм кәрәкле документтарҙы ебәрергә һәм яңы йыл ҡаласыҡтары тураһындағы сюжеттарҙы яҡтыртыу буйынса эште ойошторорға кәрәк.
Конкурс комиссияһы йәмәғәт биләмәһен биҙәүҙең комплекслы художество ҡарарын (дизайн), яҡтылыҡ элементтарын, иллюминацияларҙы, яңы йыл шыршыһының байрамса биҙәлешен, скульптура композицияларын, боҙ һындарҙы, әкиәт персонаждарын, тауҙарҙы һ. б. баһалай.
Конкурс 10 декабрҙән уҙғарыла. Уға 2021 йылдың 19 ғинуарына тиклем йомғаҡ яһаласаҡ.
Читайте нас: