Инйәр
+19 °С
Ясно
Общие статьи
7 Декабря 2020, 08:16
Францияға “юллана”
Башҡортостандың өҫтәл һәм ултырғыстар етештергән “Метта” компанияһы йыл аҙағына тиклем Францияның OFFICEPRO дистрибьютерына үҙ продукцияһын тәүге партияһын тапшырырға ниәтләй.
Башҡортостандың өҫтәл һәм ултырғыстар етештергән “Метта” компанияһы йыл аҙағына тиклем Францияның OFFICEPRO дистрибьютерына үҙ продукцияһын тәүге партияһын тапшырырға ниәтләй.
“Метта” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең экспорт географияһы ғәйәт киң. Ул продукцияһын Беларусь Республикаһына, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Әрмәнстанға, Азербайжанға, Үзбәкстанға, Украинаға, Эстонияға, Германияға, Грецияға, Латвияға, Сербияға, АҠШ-ҡа, Ираҡҡа, Сәғүд Ғәрәбстанына, Кувейтҡа, Мальтаға, Төркиәгә, Израилгә, Бенинға һәм Экваториаль Гвинеяға сығара. Быйыл компания экспортҡа транспорт сығымын ҡаплауға 407 мең һумлыҡ субсидия алды. Сумма Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты тарафынан төбәк экспортерҙарына ярҙам күрһәтеү нигеҙендә бүленде.
Әйткәндәй, продукцияны экспортлауға арналған видеоконференция Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында үтте. Унда Рәсәйҙең Франциялағы сауҙа вәкиле Михаил Макаров ҡатнашты. Мәғлүм булыуынса, “Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт” тип аталған сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә уҙғарыла.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"