Инйәр
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Декабрь 2020, 13:20

Өфө йондоҙҙары яҡтыраҡ яна

Космонавт Сергей Рязанский социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә Өфө ҡалаһының орбитанан күренештәрен һалған. Уның һүҙҙәренсә, мегополистарҙың төнгө фотолары бигерәк тә матур килеп сыға.

Космонавт Сергей Рязанский социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә Өфө ҡалаһының орбитанан күренештәрен һалған. Уның һүҙҙәренсә, мегополистарҙың төнгө фотолары бигерәк тә матур килеп сыға.
Пост аҫтына космонавт Өфө ҡалаһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә өҫтәгән.
  • Өфө – Рәсәйҙең иң иркен ҡалаларының береһе. Бер өфөлөгә яҡынса 700 квадрат метр ҡала майҙаны тура килә.
  • Өфө Рәсәй ҡалалары араһында оҙонлоғо буйынса өсөнсө урында килә. Тәүгелә - Сочи һәм Волгоград. Ә майҙаны буйынса етенсе урынды биләй. Унан алда иһә - Заполярье, Норильск, Сочи, Санкт-Петрбург, Мәскәү һәм Пермь ҡалалары.
  • Өфө – миллион кеше йәшәгән ҡалалар араһында йәшеллек иң күп булғандарҙың береһе. Һәр өфөлөгә 202 квадрат метр урман һәм парктар майҙаны тура килә.
  • “Өфө тураһында тағы бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: ҡала барлыҡҡа килеү менән уны бер кем дә яулай алмаған. Ҡәлғәләре дүрт айлыҡ ҡамауҙы ла үткәрә алған, баҫҡынсыларҙың һөжүмен дә кире ҡаҡҡан”, - тип яҙа Сергей Рязанский.
    Читайте нас: