Инйәр
+17 °С
Облачно
Общие статьи
7 Декабря 2020, 08:15
Эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытасаҡ
10 декабргә тиклем Өфөлә Рәсәй-Үзбәкстан йәштәр эшҡыуарлыҡ форумы үтә.
10 декабргә тиклем Өфөлә Рәсәй-Үзбәкстан йәштәр эшҡыуарлыҡ форумы үтә.
Сараның маҡсаты – Рәсәй һәм Үзбәкстан эшҡыуарҙары араһында эшлекле мөнәсәбәтте нығытыуға булышлыҡ итеү. Үзбәкстандан утыҙ кәсепсенән торған делегация Башҡортостанға эшҡыуарлыҡ форумына килһә, ике илдән тағы йөҙҙән ашыу йүнсел онлайн форматта ҡатнашасаҡ.
Эшҡыуарлыҡ форумы программаһына ярашлы, ике яҡтың йәш йүнселдәре араһында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек һәм хеҙмәт мигранттарына ярҙам итеү мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Форумды Йәштәр эштәре буйынса федераль, Үзбәкстандың Йәштәр эштәре буйынса агентлыҡтары һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.
Сарала ҡатнашыу мәсьәләләре менән Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың халыҡ-ара эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Татьяна Селиверстова шөғөлләнә:
TSeliverstova@fadm.gov.ru
.
Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә ғәмәлдә булған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"