Инйәр
+14 °С
Ясно
Общие статьи
7 Декабря 2020, 13:12
COVID-19 кисергәндәргә 49 мең һумға шифахана сертификттары тапшырыла
Ғаризалар 31 декабргәсә ҡабул ителә, сертификат менән 2021 йылдың аҙағына тиклем файҙаланырға мөмкин.
Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы кисергәндәрҙе һауыҡтырыуға сертификаттар тапшырыла башланы. Сертификаттың хаҡы – 49 мең һум, шифаханала дауаланыу ваҡыты — 14 көн. Ғаризалар 31 декабргәсә ҡабул ителә, сертификат менән 2021 йылдың аҙағына тиклем файҙаланырға мөмкин.
Хеҙмәт министрлығында белдереүҙәренсә, уларҙы түбәндәге хеҙмәткәрҙәр генә алырға хоҡуҡлы:
— сovid-19 менән эшләгән табиптар;
— карантин шарттарында эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәр;
— изоляция ваҡытында халыҡҡа ярҙам күрһәткән ирекмәндәр;
— биоматериалдар менән һәм изоляция тәртибен тәьмин итеү буйынса эшләгән Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре;
— ковид-госпиталдәрҙе һаҡлауға йәлеп ителгән Эске эштәр министрлығы, Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре;
— изоляция режимын үтәүҙе контролдә тотҡан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре;
— Һаулыҡ һаҡлау һәм Мәғариф министрлыҡтары социаль учреждениеларының карантин шарттарында эшләгән хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды