Инйәр
+29 °С
Облачно
Общие статьи
4 Декабря 2020, 11:33
Мөрәжәғәт итегеҙ!
2020 йылдың 14 декабрендә көндөҙгө 12-нән киске 8-гә тиклем...
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, 2020 йылдың 14 декабрендә көндөҙгө 12-нән киске 8-гә тиклем Өфө ҡалаһының Ленин урамындағы 86-сы йортта урынлашҡан республиканың Урман хужалығы министрлығына граждандар ведомство ҡарамағындағы һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итә ала, тип хәбәр итә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.
Илдәге санитар-эпидемиологик хәл һәм Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге федераль хеҙмәте күрһәтмәләренә ярашлы, граждандарҙы ҡабул итеү алдан яҙылыу һәм шәхесте раҫлаған документ нигеҙендә ойоштороласаҡ.
Шәхсән ҡабул ителеү өсөн яҙылыу 3 – 11 декабрҙә эш көндәрендә - иртәнге 9-ҙан 1-гә һәм 2-нән киске 6-ға тиклем +7(347) 218-14-10 телефоны буйынса атҡарыласаҡ.
Мөрәжәғәтте яҙма рәүештә министрлыҡҡа килер элгәре әҙерләп, ҡабул итеүгә 10 минут алдан килергә кәрәк.
Түбәндәге категория граждандарға шәхсән ҡабул итеү тыйыласаҡ:
Тән температураһы юғары һәм йүткереү, сөскөрөү, тымау тейеү кеүек тышҡы билдәләре булған киҫкен респиратор сирлеләр;
- алдан яҙылмай килгәндәр;
- алдан яҙылып та ваҡытында килмәй һуңлағандар;
- 65 йәштән ололар.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса бурыстар – республиканың Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы һорауҙарҙы ла бирергә мөмкин буласаҡ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур