Инйәр
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2020, 00:26

“Һылыуҡай-2020” Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһе финалы үтәсәк

Завтра опредеоится самая красивая девушка...

Башҡортостан ғына түгел, Рәсәйҙең иң һылыу башҡорт ҡыҙын асыҡлар өсөн күп ваҡыт ҡалманы. Иртәгә, 3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Һылыуҡай-2020” Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһе финалы үтәсәк.
Был ҙур гүзәллек байрамының финалында 20 ҡыҙ ҡатнашасаҡ. Улар Сибай, Мәләүез, Өфө, Балаҡатай, Бөрйән, Көйөргәҙе, Мәсетле, Яңауыл, Учалы райондары, Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ленинград һәм Мәскәү өлкәләре, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Татарстан Республикаһынан. Сибәркәйҙәргә 16-нан 25 йәшкә тиклем. Еңеүсе төп приз – автомобиль аласаҡ.
Был проект һәр ваҡыт халыҡты яңы идеялары менән ғәжәпләндереп тора. Мәҫәлән, быйыл ҡыҙҙар Рәсәй дизайнеры, кутюрье, телевизион алып барыусы, “IGOR GULYAEV мода йорто”на нигеҙ һалыусы Игорь Гуляевтың киске күлдәрктәр коллекцияһын күрһәтәсәк. Уның кейемдәре – Уитни Хьюстон, Орнелла Мути, Монсеррат Кабалье, Лара Фабиан, Голди Хоун кеүек донъя, шулай уҡ Рәсәй йондоҙҙары Алла Пугачева, Филипп Киркоров, Николай Басков, Елена Ваенга, Стас Михайлов, Лера Кудрявцева, Наташа Королева, Яна Рудковскоя һәм башҡаларҙың гардеробтарын биҙәй.
Бөгөн Игорь Гуляев финалсы ҡыҙҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, улар дизайнерҙың кейемдәрен кейеп ҡарай.
Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проекттың финалы онлайн-тәртибендә үтәсәк. Кешеләр конкурсты Республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналында – youtube.com/c/РЦНТРБ күҙәтә аласаҡ. Шулай уҡ яҡын арала Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бәйгенең телевизион форматын күрергә мөмкин буласаҡ.
Конкурсты республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойоштора.
Читайте нас: