Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2020, 00:23

Яңы йыл ғаилә уйындары

Сираттағы байрам каникулында ла ошо матур сара уҙасаҡ

Былтыр беренсе тапҡыр республикалағы башланғыс кластарҙа уҡыған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Яңы йыл ғаилә уйындары үткәрелгәйне. Сираттағы байрам каникулында ла ошо матур сара уҙасаҡ. Уны “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Фән һәм мәғариф министрлыҡтары менән берлектә ойоштора.
“Быйыл пандемия үҙенең үҙгәрештәрен индерҙе. Әммә был сәләмәт тормош хаҡында онотоу өсөн сәбәп түгел. Инфекцияның таралыу хәүефен кәметеү өсөн барлыҡ уйындарҙы мәктәптәрҙәге спорт залдарында түгел, саф һауала үткәрергә булдыҡ. Өфөгә этап уйындарына килгәндәр һаны ла кәмейәсәк. Һәр райондан иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән төрлө йәш категорияһында ике түгел, бер ғаилә киләсәк”, – тип белдерҙе төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Яңы йыл уйындары 3 – 6 ғинуарҙа, каникул ваҡытында, үткәреләсәк. Сарала балалары I – IV кластарҙа уҡыған ғаиләләр ҡатнашасаҡ. Улар өсөн тиҙлек, көс һәм зирәклеккә һынау булған өс конкурс үткәрелә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ата-әсәһе менән быйма кейеп хоккей уйнаясаҡ, санала һәм тюбингта шыуасаҡ. Финал уйындарынан һуң, ғинуар урталарында, еңеүселәр асыҡланасаҡ.
Әйткәндәй, былтыр финал уйындарында ғаиләләр ике төркөмдә ярышты. Тәүгеһендә балалары I-II класта уҡығандар үҙ көсөн һынаһа, икенсеһендә III-IV кластарҙа белем алған балаһы булған ғаиләләр беренселек өсөн тырышты.
Тәүге төркөмдә Әбйәлил районынан Даушевтар уйын башында уҡ етеҙлеге, тырышлығы ме­нән башҡаларҙан айырылып торҙо. Икенсе урынға Ҡырмыҫ­ҡа­лынан Шиновтар, өсөнсөгә Мә­ләүез районынан Кувайцевтар сыҡты.
Ә бына икенсе төркөмдә ярыш­ҡан ғаиләләр араһында Стәрле­тамаҡ ҡалаһынан Ҡотдосовтарға тиңдәр табылманы. Икенсе урында – Октябрьскийҙан Шәрифуллиндар, өсөнсөлә – Туймазынан Гәрәевтәр.
Фестивалдең муниципаль этабы әҙерлеге һөҙөмтәләре буйынса район-ҡалалар араһында Әбйәлил районы беренселекте яуланы. Ул фестивалдә халҡы иң күп ҡатнашҡан район булды. Барыһы 27671 кеше залдарҙа, урамдарҙа үткәрелгән спорт сараларында әүҙемлек күрһәткән. Әйткәндәй, был – райондағы халыҡтың 61 проценты.
Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Һүрәттә: былтыр үткәрелгән Яңы йыл ғаилә уйындарында еңеп сыҡҡан ғаиләләр.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: