Инйәр
+12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
2 Декабрь 2020, 19:58
Пособие билдәләнде
Был хаҡта республика хөкүмәте президиумы ултырышында белдерҙеләр.
Башҡортостанда һәр кем дәүләт гарантиялары менән яҡланһын өсөн ирекмәнлек эшен башҡарғанда һәләк булған йәки һаулығына зыян килгән осраҡта ирекмәндәргә пособие суммаһы билдәләнде. Был хаҡта республика хөкүмәте президиумы ултырышында белдерҙеләр.
Һаулығына зыян килгән осраҡта ирекмәнгә бер тапҡыр – 50 мең, әгәр һәләк булһа, уның ғаилә ағзаларына 250 мең һум түләргә тейештәр.
Пособие түләү мәсьәләләре Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү үҙәге ҡарамағында була, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында.
«Әйтергә кәрәк, ирекмәндәр эшенең һөҙөмтәләре тәьҫирләндерә, – тип билдәләне премьер-министр Андрей Назаров. – Был ярҙам күрһәтеү ҙә, ғүмерҙе ҡотҡарыу ҙа. Ирекмәндәрҙең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Ләкин уларҙың да ғүмере һәм һаулығы хәүеф аҫтында. Беҙ барыһын да күҙ уңында тоторға тейешбеҙ».
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Март , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Март , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Март , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Март , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"