Быға тиклем беҙҙең команда барлығы 33 уйында ҡатнашып, 43 мәрәй туплағайны һәм Көнсығыш турнир таблицаһында өсөнсө урын биләй ине. Ә “Йокерит”, коронавирус инфекцияһы сәбәпле ике аҙна карантинда булып, 32 мәрәй йыйып, Көнбайыш конференцияһында етенсе килде.
Белеүебеҙсә, “Салауат Юлаев”та финдар байтаҡ. Улар – ҡапҡасы Юха Метсола, һөжүм итеүселәр Маркус Гранлунд, Сакари Маннинен, Теему Хартикайнен. Шуға ла бөгөнгө матч – ошо уйынсыларыбыҙҙың үҙ яҡташтары менән осрашыуы – күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр. Тик уйын башланғанға тиклем шул билдәле булды: Финляндияның баш ҡалаһы властары ҡунаҡ командаға ҡарата сикләүҙәр индергән. Шулай итеп, һаҡсылар Филип Ларсен, Евгений Бирюков, Алексей Семенов, һөжүм итеүселәр Илья Баранов, Владислав Картаев һәм Данил Алалыкин матчта ҡатнаша алманы. Өҫтәүенә “Хортвалл-Арена” биләмәһенә клуб менеджерҙары, хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшө үткәрелмәне. “Финляндияның баш ҡалаһы Хельсинки властары бер яҡтан ҡаралған тәртиптә командабыҙға ҡарата сикләү саралары индерҙе. Ҡанында COVID-19-ға антиматдәләре мотлаҡ процент күләмендә булғандар ғына уйынға үткәрелде. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең "Салауат Юлаев" фин клубы, Континенталь хоккей лигаһы вәкилдәренән дә был сикләү саралары тураһында бер ниндәй ҙә күрһәтмә йәки кәңәш алманы”, – тип хәбәр иттеләр “Салауат Юлаев” хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән. Бынан тыш, һаҡсы Михаил Науменков, виза менән бәйле проблемалары булып, был матчта ҡатнаша алманы.