Инйәр
-7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2020, 13:29

Үҙмәшғүл граждандар

Эшҡыуар булғың киләме?

Үҙмәшғүл граждандар – эш биреүсеһе булмаған һәм эшселәр йәлеп итмәй килем алған кешеләр. Был йәһәттән сикләүҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, күмәртәләп һәм берәмләп сауҙа итеү менән шөғөлләнергә, агент килешеүе буйынса эшләргә, файҙалы ҡаҙылмалар табырға, дарыу, алкоголь кеүек маркировка талап ителгән тауарҙарҙы һатырға ярамай. Ҡалған эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә мөмкин, тик хеҙмәттәрҙе шәхсән үҙегеҙ күрһәтергә һәм тауарҙарҙы үҙегеҙ етештерергә тейешһегеҙ. Йыллыҡ килем суммаһы ла 2400000 һумдан артырға тейеш түгел.
“Үҙмәшғүлдәр-2020” онлайн-форумы – үҙмәшғүл статусында эш асыу һәм уның үҫеше өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ул. Унда матурлыҡ, кулинария өлкәләрендәге үҙмәшғүлдәр, ижад оҫталары һәм башҡалар уңыш серҙәре хаҡында һөйләйәсәк.
Был сара үҙмәшғүлдәргә, эш биреүселәргә, үҙмәшғүл булырға теләгәндәргә, “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәге вәкилдәренә файҙалы буласаҡ. Форумда федераль һәм төбәк властары, эшҡыуарлыҡ, һалым, юриспруденция өлкәләре вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.
https://synergy.ru/bs/lp/zanyatsam2020/?utm_source=maillist&utm_medium=Email&utm_content=es&utm_campaign=201130_samozanyit_mb һылтанмаһы аша форумда теркәлергә һәм ҡатнашырға мөмкин.
“Үҙмәшғүлдәр-2020” онлайн-форумы ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә ғәмәлдә булған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты ярҙамында мөмкин буласаҡ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
Читайте нас в