Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2020, 00:25

“Башня эҙләгәндә”

Унда 45 мең кеше ҡатнашҡан.

“Башня эҙләгәндә” онлайн-уйыны үҫмерҙәр араһында ҙур популярлыҡ яулай. Унда 45 мең кеше ҡатнашҡан.
Уйында ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итергә, ҡуйылған бурыстарҙы үтәп, үҙеңдең характерыңдың көслө һәм көсһөҙ яҡтарын билдәләргә була.
Уйынды ойоштороуҙың төп маҡсаты – үҫмерҙәргә проблемалар тыуа ҡалһа уларҙың яңғыҙ түгеллеген, бының өсөн ышаныс телефондарының барлығын күрһәтеү. Бала хеҙмәткә шылтыратып психологик ярҙам ала аласаҡ.
Белгестәр ҙә, уйында ҡатнашыусылар ҙа проекттың ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡанын белдерә. Уйын методикаһы “Рәсәйҙең педагог-психологы-2020” Бөтә Рәсәй конкурсында тәҡдим ителә.
Тиҙҙән уйын варианты Балалар өсөн ышаныс телефондарының сайтында https://telefon-doveria.ru/vpoiskahbashni/ һәр кем өсөн мөмкин буласаҡ. Төбәктәрҙән белгестәр методик ҡулланма менән дә файҙалана аласаҡ.
Читайте нас: